Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“МӘЖИТ ҒАФУРИ — 21 БЫУАТ” мәҙәниәт фонды

Просмотров: 1521

“МӘЖИТ ҒАФУРИ 21 БЫУАТ” Б а ш ҡ о р т о с т а н Р е с п у б л и к а һ ы н ы ң м ә ҙ ә н и ә т ф о н д ы, БР‑ҙа мәҙәниәт, сәнғәт, әҙәбиәт һәм фәндең үҫешенә булышлыҡ итеү маҡсатында ойошторолған ижт. ойошма. Өфөлә урынлашҡан. 2004 й. апр. булдырыла. Ғафури р‑нының Красноусол а. (2005), Салауат ҡ. (2007) филиалдары бар, фонд составына ш. уҡ башҡ. һәм татарҙарҙың М.Ғафури ис. Екатеринбург төбәк мәҙәниәт йәмғиәте (1980 й. ойошторолған) инә. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: М.Ғафуриҙың тормошон һәм ижадын өйрәнеү, ижади мираҫын системаға һалыу, яҙыусының әҫәрҙәрен һәм уның т‑да китаптар сығарыу, уға арналған конф., тематик осрашыуҙар, экскурсиялар һ.б. саралар ойоштороу, М.Ғафури тормошона бәйле урындарҙа уның исемен мәңгеләштереү һ.б. Фонд Рәсәй мәҙәниәт фондының Башҡ‑н филиалы һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы), Ғафури М. мемориаль йорт-музейы, яҙыусының Ғафури р‑ны Еҙем‑Ҡаран а. йорт-музейы, юғары уҡыу йорттары, Яҙыусылар союзы, респ., Рәсәй һәм сит ил ғафурисыларының башҡа ойошмалары м‑н хеҙмәттәшлек итә. Фонд тарафынан М.Ғафури ис. премия һәм миҙал (2005) булдырылған. Берекмәнең эшмәкәрлеге м‑н фонд советы етәкселек итә (дир. — Мадр.А.Ғафуров, рәйесе — Л.М.Камаева). 

Мадр.А.Ғафуров

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: