Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МӘКТҮБ

Просмотров: 1335

МӘКТҮБ (ғәр.), айырым шәхескә (конкрет йәки абстракт) йәки бер төркөм кешеләргә шиғри мөрәжәғәт (хат) рәүешендә яҙылған әҫәр, әҙәби жанр. М. авторҙың эске донъяһы һәм хистойғолары сағылыш таба. М. жанрына 19 б. — 20 б. башында Аҡмулла, Ә.Ҡарғалы, Ш.Зәки, С.С.Яҡшығолов, Я.Ғ.Йомаев, Ш.Бабич, М.Ғафури, Д.Юлтый, Ш.Әминев-Тамъяни һ.б. мөрәжәғәт иткән. Р.Ниғмәтиҙең “Хат” (1935), М.Кәримдең “Башҡорт халҡына яуап хат” (1943) шиғырҙары, Р.Т.Бикбаевтың “Халҡыма хат” (1982) поэмаһы һ.б. шиғри хат формаһында яҙылған.

Әҙәб.: К у н а ф и н Г.С. Башкирская поэзия XIX — начала XX веков: вопросы жанровых и идейно‑художественных особенностей. Уфа, 2011.

Ғ.Б.Хөсәйенов

Тәрж. Ф.С.Фазылова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: