Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МАРИ ӘҘӘБИӘТЕ

Просмотров: 1300

МАРИ ӘҘӘБИӘТЕ. М.ә. башҡорт әҙәбиәте м‑н тығыҙ бәйләнештә үҫешеүе БР һәм Марий Эл терр‑яһының яҡынлығына ғына түгел, ә тарихи шарттарға ла бәйле. Башҡортостанда тыуып үҫкән мари шағирҙары Т.У.Батырбаев, А.Ш.Зайникаев, К.И.Ижболдин, В.М.Изилянова, А.Т.Тимеркәев, С.В.Николаев, И.Осмин, М.А.Әйүпова һ.б. шиғырҙары (ҡара: Башҡортостан Рәсәй һәм яҡын сит ил халыҡтары әҙәбиәтендә) тыуған яҡҡа, тыуған яҡтың символы – Ағиҙел й. (Ошвиче) арналған. Я.Ялкайндың “Түңәрәк” (“Круг”; 1937), Ә.Асаевтың “Ағиҙел аҡҡоштары” (“Лебеди бельские”; 1971), В.Абукаев-Эмгактың “Кеше күлдәктә тыуа” (“Человек рождается в рубашке”; 1—2‑се китап; 1992— 1993), А.Мырҙашевтың “Тюльди” (2007) романдарында, А.Пасеттың “Тылсымлы ашъяулыҡ” (“Волшебная скатерть”; 1956), Ю.Байгузаның “Эмук шишмәһе” (“Родник Эмука”; 1990) повестарында, Ш.Булаттың “Октябрь” (1933) һәм “Гөлбаныу” (“Гюльбану”; 1940) поэмаларында Башҡортостан мариҙарының тормошо сағыла. Башҡортостандағы революция (1917) һәм Граждандар һуғышы ваҡиғаларына — А.Юзыкайндың “Батша тауында” (“На царской горе”; 1967), Б.В. һуғышына А.Биктың “Уттар‑һыуҙар аша” (“Сквозь огонь и воды”; 1976) романдары арналған. 1920 йй. Башҡортостанда мари телендә “Маяҡ” (тәүге исеме “Совет умыландарымаш” — “Совет хәбәрҙәре”), 30‑сы йй. алып “Келшымаш” (“Дуҫлыҡ”; ҡара: “Дружба”), “Калтаса ужара” (“Ҡалтасы таңы”; ҡара: “Калтасинская заря”), 90‑сы йй. – “Чолман” гәз. сыға, унда башҡа материалдар м‑н бергә М.ә. әҫәрҙәре лә баҫыла. 1934 й. Өфөлә мари телендә “Колхоз йук” (“Колхоздар тауышы”) альманахы, 1970 й. башҡ. телендә “Илет буйҙарынан” йыйынтығы сыға, унда мари яҙыусыларының әҫәрҙәре инә. Башҡ‑н темаһы Башҡортостанда тыуып үҫкән яҙыусылар ижадында ғына түгел, башҡа мари яҙыусыларының әҫәрҙәрендә лә сағыла. К.К.Васиндың “Батырҙар йыры” (“Песня патыров”; 1942) повесында, С.Г.Чавайндың “Аҡбатыр” (“Акпатыр”; 1935) героик драмаһында, М.Казаковтың “Башҡортостанға беҙҙән туғандарса сәләм” (“Башкортостану братский наш салям”) шиғырында Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) осоронда башҡ. һәм мариҙарҙың берҙәм көрәше күрһәтелгән. М.Ғафури, М.Кәрим, Х.Кәрим, К.Мәргән һ.б. башҡ. яҙыусыларының ҡайһы бер әҫәрҙәре мари теленә тәржемә ителгән. Мари шағирҙарының шиғырҙары Х.Ғиләжев, М.Н.Кәримов, М.Тажи тарафынан башҡ. теленә тәржемә ителгән.

Әҙәб.: В а с и н К.К. Творческие взаимосвязи марийской литературы: ист.‑лит. очерк. Йошкар‑Ола, 1969; С а ф у а н о в С.Г. Межнациональные связи башкирской литературы. М., 1979.

 И.Ш.Александрова

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: