Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МӘҪНӘҮИ

Просмотров: 1890

МӘҪНӘҮИ (ғәр.), 1) Яҡын һәм Урта Көнсығыш халыҡтары шиғриәтендә үҙ‑ара рифмалашҡан 2 юлдан торған шиғри строфа. С.Сараиҙың “Гөлөстан бит‑төрки”, Баласағуниҙың “Ҡотаҙғу белек”, Харәзмиҙең “Мөхәббәтнамә”, Ҡотбтың “Хөсрәү вә Ширин” әҫәрҙәре М. формаһында яҙылған. Башҡорт әҙәбиәтендә М. формаһына Ш.Зәки, Ә.Ҡарғалы, Һ.С.Сәлихов, Ш.Бабич, М.Ғафури, Д.Юлтый һ.б. мөрәжәғәт иткән. 2) Ошондай уҡ строфа м‑н яҙылған шиғри жанр, әҫәр. М. рифма схемаһы: аа, бб, вв... Йөкмәткеһе б‑са героик, фәлс.‑дидактик һәм романтик М. төрҙәренә бүләләр. Рудакиҙың “Кәлилә менән Димнә”, Фирҙәүсиҙең “Шаһнамә”, Низами м‑н Науаиҙың “Хәмсә” әҫәрҙәре жанрҙың классик өлгөләре булып тора.

Әҙәб.: Х ө с ә й е н о в Ғ.Б. Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге. Өфө, 2006; Б а и м о в Р.Н. Великие лики и литературные памятники Востока. Уфа, 2005. 

Р.Н.Байымов, М.Х.Нәҙерғолов

Тәрж. М.Х.Нәҙерғолов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: