Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИВАН IV Грозный

Просмотров: 1672

ИВАН IV Грозный (25.8.1530, Бөйөк Мәскәү кенәзлеге Коломенское а. — 18.3.1584, Мәскәү), тәүге урыҫ батшаһы (1547 й. алып), Рюриковичтар династияһынан. Бөйөк кенәз Василий III улы. Ҡазан ханлығын яулап алғандан һуң (1552) башҡ. ҡәбиләләре һәм ырыуҙары бейҙәренә ирекле рәүештә Рәсәй дәүләте составына инеү тәҡдиме м‑н мөрәжәғәт итә (ҡара: Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуы). Шәжәрәләргә һәм башҡа тарихи сығанаҡтарға ярашлы, башҡ. бейҙәре И. IV исеменән мотлаҡ хәрби хеҙмәт үтәү (ҡара: Башҡорттарҙың хәрби хеҙмәте) һәм яһаҡ түләү шарты м‑н аҫаба ерҙәрҙе башҡ. ҡәбиләләре һәм ырыуҙары ҡарамағында һаҡлап ҡалдырыуҙы, дин тотоу иркен гарантиялаусы жалованный грамоталар ала; И. IV башҡорттар биргән “Аҡ бей” исеме киң тарала. Уға “Иван Грозныйҙың Ҡазанды алыуы” легендаһы һ.б. башҡ. фольклоры әҫәрҙәре бағышланған.

Әҙәб.: Башкирское народное творчество. Т.2. Предания и легенды. Уфа, 1987.

Н.М.Ҡолбахтин

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019