Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МИРЗАҺИТОВ Әсхәт Мәсғүт улы

Просмотров: 1204

МИРЗАҺИТОВ Әсхәт Мәсғүт улы [13.10.1928, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Бикмәт а. (БР‑ҙың Туймазы р‑ны) — 24.11.1989, Өфө, ш. уҡ райондың Ҡандра ҡсб ерләнгән], драматург. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1957). М.Горький ис. Әҙәбиәт ин‑тын тамамлаған (1961). 1948—49 йй. Йомағужа һәм Ауырғазы (ҡара: Салауат башҡорт драма театры) колхоз-совхоз театрҙарында актёр һәм режиссёр. 1953 й. алып БАДТ‑ла әҙәби бүлек мөдире, 1954 й. — “Ҡыҙыл таң” гәз. хеҙм‑ре, 1956—58 йй. “Ағиҙел” ж. хеҙм‑ре, 1961—62 йй. яуаплы секретары, баш мөхәррир урынбаҫары, 1968—73 йй. баш мөхәррире. 1962—65 йй. БАССР Яҙыусылар союзы идараһында әҙәби консультант, 1973—88 йй. рәйес; бер үк ваҡытта 1976 й. алып СССР Яҙыусылар союзында секретарь. 1980— 90 йй. БАССР ЮС‑ы рәйесе. М. драматургияһы өсөн хәҙ. заманды тойоу, әхлаҡи талапсанлыҡ, жанр һәм тема төрлөлөгө хас. “Ауыл күренештәре” комедияһында, “Әсәйемдең сал сәстәре”, “Күршеләр” һ.б. драмаларында көнүҙәк әхлаҡи-этик мәсьәләләр күтәрелә. “Әсәләр көтәләр улдарын” драмаһы Бөйөк Ватан һуғышының юғары пафосы һәм трагизмы м‑н һуғарылған. “Бәхтегәрәй” драмаһы Б.Ә.Шәфиевкә арналған. Пьесалары респ. һәм ил сәхнәләрендә ҡуйыла. В.Гюго, Ю.П.Чепурин, М.А.Шолохов һ.б. әҫәрҙәрен башҡ. теленә тәржемә иткән. М. пьесалары ҡырғыҙ, ҡарасай-балҡар, урыҫ, мари, лезгин һ.б. телдәргә тәржемә ителгән. БАССР ЮС‑ының 9—11‑се саҡырылыш депутаты. БАССР‑ҙың Салауат Юлаев (1976), Ғ.Сәләм (1969) ис. пр. лауреаты. Өфөлә М. йәшәгән йортҡа һәм Ҡандра а. уның исемен йөрөткән 2‑се мәктәп бинаһына мемориаль таҡтаташтар ҡуйылған. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971, 1978), Халыҡтар Дуҫлығы (1984) орд. м‑н бүләкләнгән.

Ә ҫ ә р ҙ.: Fүмер ике килмәй: пьесалар. Өфө, 1983; Һайланма пьесалар. Өфө, 1988; Матери ждут своих сыновей. М., 1978. 

Р.Н.Байымов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 14.04.2023
Шәхестәр: