Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ОРЛОВ Виктор Семёнович

Просмотров: 1129

ОРЛОВ Виктор Семёнович [2.4. 1929, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Александровка а. (БР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны) — 22.9.2002, Өфө], журналист. Журналистар союзы ағзаһы (1958). РСФСР‑ҙың (1988) һәм БАССР‑ҙың (1979) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре. БДУ‑ны (1961), КПСС ҮК эргәһендәге Юғары партия мәктәбен (Мәскәү, 1966) тамамлаған. 1946 й. алып Боҙаяҙ районының “По Сталинскому пути” (“Сталин юлынан") гәз. яуаплы секретары, 1952 й. — ш. уҡ р‑ндың Ишле МТС‑ында сәйәси эштәр б‑са дир. урынбаҫары, 1953 й. — партия ойошмаһы секретары, 1956 й. — “Колхозный путь" (“Колхоз юлы"; ҡара: “Кармаскалинская новь”), 1957 й. — “Вперёд” (“Алға"; ҡара: “Белебеевские известия”) гәз. мөхәррире, 1961 й. — “Советская Башкирия” гәз. бүлек мөдире, 1966 й. — “Сельская жизнь” (“Ауыл тормошо”; Мәскәү) гәз. БАССР б‑са үҙ хәбәрсеһе, 1990 й. Министрҙар Советы органы — “Вестник” (“Хәбәрҙәр") гәз. хеҙм‑ре, 1991 й. алып “Известия Башкортостана” гәз. бүлек мөдире, 1992—98 йй. БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт министрлығы эргәһендәге матбуғат һәм киң мәғлүмәт иркен яҡлау б‑са дәүләт инспекцияһының баш белгесе. В.Алов псевдонимы аҫтында баҫыла. Ауыл хужалығы темаларына радиотапшырыуҙар серияһы авторы. Ш.Хоҙайбирҙин ис. пр. лауреаты (1990). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1976).

Г.Н.Шәмсетдинова

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Шәхестәр: