Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КАСПРАНСКИЙ Әхмәткамал Әхмәҙинур улы

Просмотров: 720

КАСПРАНСКИЙ (Измайлов) Әхмәткамал Әхмәҙинур улы [27.8.1895, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Бәйкей а. (БР‑ҙың Кушнаренко р‑ны) — 10.12.1937, Өфө], совет партия‑дәүләт эшмәкәре. “Хөсәйениә” мәҙрәсәһен тамамлаған (1913). 1917—18 йй. Петроград һәм Мәскәү мосолман соц. ком‑ттары ағзаһы. 1918 й. алып РКП(б) губерна ком‑тының мосолман секцияһы ағзаһы (Ҡазан). 1919 й. сент. башлап АСБР Эске эштәр ХК‑ның бүлек мөдире, нояб. — РКП(б)-ның Башҡ‑н өлкә ком‑ты ағзаһы, марттан — сәйәси секретары, бер үк ваҡытта Башҡортостан хәрбиреволюцион комитеты Президиумы ағзаһы. Июндә Бөтә Рәсәй ҮБК һәм РСФСР ХКС‑ының 1920 й. 19 майындағы “Автономиялы Совет Башҡорт Республикаһының дәүләт ҡоролошо тураһында” ҡарарына ризаһыҙлыҡ йөҙөнән, вазифаһын ҡалдырып, Урта Азияға сығып китә. 1921 й. алып Төркиәлә РСФСР илселегендә, 1923 й. — Орехово‑Зуево проф. союздар өйәҙ советында эшләй. 1930 й. башлап БАССР Игенселек ХК‑ның бүлек мөдире. 1937 й. репрессияға дусар ителә. 1956 й. аҡлана.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019