Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КҮСЕМ НӘҪЕЛЕ

Просмотров: 1515

КҮСЕМ НӘҪЕЛЕ, 17—18 бб. Себер һәм Ҡарағалпаҡ хакимдары династияһы. Сыңғыҙхан тоҡомона ҡарай. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Күсем. Улдары араһында киң билдәлеләре: Ғәли (?—1618, башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1647), Себер ханы, атаман Ермак Тимофеевич һәм урыҫ воеводалары ғәскәрҙәре м‑н алышта ҡатнаша, 1608 й. Өфө янында әсирлеккә алына; Ишем, 1608—24 йй. нәҫел башында тора, Күсем тоҡомоноң ҡалмыҡ тайшалары м‑н хәрби- сәйәси бәйләнешен булдыра. Ғәлиҙең улы Ғәли-Арыҫлан (?—1627) 1608 й. әсирлеккә алынғандан һуң урыҫтарҙа хеҙмәттә була. 17‑се б. башында поляк интервенцияһы осоронда 2‑се ополчение составында Мәскәүҙе азат итеүҙә ҡатнаша. Тоғро хеҙмәте өсөн урыҫ батшаһы Михаил Фёдорович тарафынан Ҡасим ханлығы хакимы (1614—1626) итеп тәғәйенләнә. Ишемдең улдары: Аблай (Аблайкәрим) урыҫ ғәскәренә ҡаршылыҡ күрһәтеүҙе дауам итә. Бер ни тиклем уның ставкаһы Торатау янында була. 1635 й. Өфөгә һөжүм итергә ниәтләй, ләкин ҡыйратыла һәм әсирлеккә алына; Тәвкил, Аблай м‑н берлектә урыҫ ғәскәрҙәренә ҡаршы сыға, 1635 й. әсиргә төшә. Ғәли-Арыҫландың улы — Сәйет-Борхан (Василий), Ҡасим ханлығы хакимы (1627—78). Күсемдең ейәне — Дәүләт-Гәрәй, урыҫ ғәскәрҙәренә ҡаршы көрәшкә етәкселек итә, 1662 й. Көнбайыш Себер халыҡтарының Себер ханлығын тергеҙеү өсөн ихтилалы башында тора. Аблайҙың улы — Көсөк, 1663 й. башҡорт ихтилалында (1662—64) ҡатнаша, башҡорттар тарафынан хан тип иғлан ителә. Ихтилал баҫтырылғандан һуң, бер нисә йыл Себерҙә һәм Төньяҡ Кавказда һуғыша. 1670 йй. К.н. Себерҙән Урта Азияға һәм Төньяҡ Кавказға китә, уға башҡорттарҙың бер өлөшө лә эйәрә. 1708 й. Көсөк башҡорт ихтилалына (1704—11) ҡушылыу т‑да ихтилал башлығы Алдар м‑н һөйләшеүҙәр алып бара. Көсөктөң улы — Морат. Көсөктөң ейәне — Ырыҫмөхәммәт, 1708 й. аҙ. ҡарағалпаҡтарҙың ихтилалға ҡушылыуы т‑да һөйләшеүҙәр алып бара, 1709 й. башында Нуғай даруғаһы Юрматы улусында үткән йыйында башҡорттар тарафынан хан тип иғлан ителә. Уның ставкаһы Ирәмәл тауы итәгендә урынлаша. Дәүләт- Гәрәйҙең ейәне — Хәсән, ҡарағалпаҡ ханы. Башҡорт ихтилалына (1681— 84) ҡушыла, Урал аръяғында һуғыша. 1683 й. уның ставкаһы Сыбаркүл буйында урынлаша. Хәсәндең улы — Байбулат (ҡара: Ҡараһаҡал).

Әҙәб.: Миллер Г.Ф. История Сибири. Т. 1—3. 2‑е изд., доп. М., 1999—2005.

С.У.Таймаҫов

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019