Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠУШАЕВА Рабиға Йәнғол ҡыҙы

Просмотров: 873

ҠУШАЕВА Рабиға Йәнғол ҡыҙы [1901, Һамар губ. Хәсән а. (Һамар өлк. Оло Чернигов р‑ны) — 1937, Мәскәү өлк.], ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәте эшмәкәре. 1916 й. алып Бөрйән а. мәктәбе (Һамар губ.) уҡытыусыһы. 1‑се Бөтә башҡ. ҡоролтайы (ҡара: Бөтә башҡорт ҡоролтайҙары) делегаты. 1919 й. башлап РКП(б)‑ның Башҡ‑н өлкә ком‑ты эргәһендәге ҡатын-ҡыҙҙар бүлеге мөдире вазифаһын башҡара. Эшсе һәм крәҫтиән ҡатын-ҡыҙҙарының 1‑се Бөтә башҡ. конф. (1920 й. сент., Стәрлетамаҡ) ойоштороусыларҙың береһе. Советтарҙың 9‑сы Бөтә Рәсәй съезы делегаты (1921 й. нояб., Мәскәү). Эшсе һәм крәҫтиән ҡатын-ҡыҙҙарының 1‑се Бөтә башҡ. съезын (1924 й. нояб., Өфө) һәм Бөтә башҡ. ҡатын-ҡыҙҙар — Совет ағзалары съезын (1927 й. окт., Өфө) әҙерләүҙә һәм үткәреүҙә ҡатнаша. 1927 й. алып Ш.Хоҙайбирҙин ис. мәктәпкәсә йәштәге 1‑се балалар йорто мөдире (Өфө). 1929 й. башлап РСФСР Мәғариф ХК‑ның Балалар йорттары идаралығы инспекторы (Мәскәү).

Әҙәб.: Сулейманова Р.Н. Неутомимый борец за равноправие башкирских женщин //Башкортостан в ХХ столетии. Исторические портреты. Уфа, 2006. Вып.1.

Р.Н.Сөләймәнова

Тәрж. Г.У.Казина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019