Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИВАН-ПАВЛОВКА ЗАВОДЫ

Просмотров: 1051

ИВАН-ПАВЛОВКА ЗАВОДЫ,1875 й. сауҙагәр И.П.Беляков тарафынан Златоуст өйәҙе 2‑се Әйле улусы башҡорттарынан ҡуртымға алынған ерҙәрҙә Саҡмаҡлы й. (Әй й. басс.) буйында суйын иретеү һәм тимер етештереү заводы булараҡ нигеҙ һалына. Хужалары: Беляков, 1877 й. алып И.И.Беляков. Иван-Павловка тау округына ингән. 1875 й. эшләй башлай. 1 домна мейесе, 1882 й. 1 пар сүкеше һәм 2 крица горны була. 19 б. 80‑се йй. башында заводта 160 эшсе (төп эштәрҙә 90 кеше, ярҙамсы эштәрҙә — 70) иҫәпләнә. Эшләү дәүерендә 500 мең боттан ашыу суйын һәм 30 мең боттан ашыу тимер иретелә; уртаса етештереүсәнлек йылына 71,6 мең бот суйын һәм 6,2 мең бот тимер тәшкил итә, макс. — 81,7 мең бот суйын (1877) һәм 10,5 мең бот тимер (1885). 1887 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1888 й.) И.‑П.з. ябыла.

З.И.Гудкова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: