ЙЫҺАНДАН ФОТОҒА ТӨШӨРӨҮ
ЙЫҺАНДАН ФОТОҒА ТӨШӨРӨҮ, Ер атмосфераһы аръяғында урынлашҡан (Ерҙең яһалма юлдашы, йыһан карабы һ.б.) һәм электромагнит спектрының төрлө өлкәләрендә һүрәттәр биргән аппаратура м‑н Ерҙе, күк есемдәрен һәм йыһан күренештәрен төшөрөү (цифрлы, радар, йылылыҡ, фото, телевизион һ.б.). Ерҙе йыһандан төшөрөүҙең уртаса масштабы 1:100000—1:10000000. Й.ф.т. метеорологияла, океанологияла, геологияла, геоморфологияла, картографияла, терр‑яларҙы тәбиғәт һәм хужалыҡ яғынан районлаштырыуҙа, экологик мониторингыла һ.б. ҡулланыла. 1975 й. “Башнефть” ПБ‑нда йыһандан төшөрөлгән һүрәттәр ярҙамында нефтле тектоник структураларҙы (ҡулсалы, теҙмә һ.б.) табыу методикаһы һәм технологияһы эшләнә. Нефть ятҡылыҡтарының, ш. иҫ. Бәрәш (Нуриман р‑ны), Илеш (Илеш р‑ны), Ҡушкүл нефть ятҡылыҡтарының һ.б., ҡулсалы тектоник структураларға тура килеүе асыҡлана (бөтәһе — 9); нефть сығарылған ятҡылыҡтарҙың экологик хәленә баһа бирелә, “БР территорияһын экологик көсөргәнешлек дәрәжәһе буйынса районлаштырыу схемаһы” төҙөлә (1995). Геология институтында 1975—2005 йй. йыһандан төшөрөлгән һүрәттәр б‑са Ер ҡабығының яңы тектоник хәрәкәттәре өйрәнелә, Башҡортостан АЭС‑ы майҙанының геол. төҙөлөшө тикшерелә. 1996 й. алып “Башкиргеология” ААЙ‑нда йыһандан төшөрөлгән һүрәттәр Көньяҡ Уралдың тектоник төҙөлөшөн тикшергәндә һәм алмастың төп ятҡылыҡтарын эҙләгәндә файҙаланыла; улар ш. уҡ Башҡ‑н гидрометеорология һәм тирә‑яҡ мөхит мониторингы идаралығында, Йәшәйеш хәүефһеҙлеге институтында, Авиация техник университетында һ.б. ҡулланыла. Шулай уҡ ҡара: Төбәкте һауанан фотоға төшөрөү.
Әҙәб.: Гонин Г.Б. Космическая фотосъёмка для изучения природных ресурсов. Л., 1980; Анализ экологического состояния РБ на основе космических снимков и тематических карт //Проблемы антропогенного почвообразования: материалы Междунар. конф. М., 1997; Барышников В.И., Крылова Е.А. Морфоструктурные образования Южного Урала и Приуралья //Труды БашНИПИнефть. Уфа, 1998. Вып.95.
В.И.Барышников
Тәрж. И.М.Япаров