Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МАКУРИН Алексей Васильевич

Просмотров: 427

МАКУРИН Алексей Васильевич (28.4.1972, Стәрлетамаҡ ҡ.), спортсы. Еңел атлетика б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1994). СДПИ‑ны (1995), Стәрлетамаҡ физик культура ин‑тын (2004) тамамлаған. Стәрлетамаҡ СДЮШОР‑ы, “Динамо” физкультура‑спорт йәмғиәте (тренерҙары А.А.Пономаренко, Р.А.Сәлиев) тәрбиәләнеүсеһе. “Бер туған Знаменскийҙар мемориалы” халыҡ‑ара ярыштар (Мәскәү, 1993) һәм Йәштәр олимпия уйындары (1991) еңеүсеһе; бейеклеккә һикереү б‑са үҫмер спортсылар араһында СССР (1990—91) һәм БДБ (1992) чемпионы. СССР (1990 й. алып), БДБ (1992), Рәсәй (1993—99) йыйылма командалары ағзаһы.

Тәрж. М.Н.Моратшина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019