Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МАННАНОВ Ирек Нәғим улы

Просмотров: 923

МАННАНОВ Ирек Нәғим улы (15.8.1970, Бәләбәй ҡ.), спортсы. Саңғы ярышы (2002) һәм биатлон (2006) б‑са Рәсәйҙең атҡ. спорт мас‑ теры. БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1998). ДЮСШ тәрбиәләнеүсеһе (Бәләбәй, тренеры Н.И.Савельев), 1998—2010 йй. Юғары спорт оҫталығы мәктәбе өсөн сығыш яһай (тренерҙары Ә.Ә.Ғүмәров, С.Р.Ғүмәров). 10 км ярышта (1998) һәм эстафетала (1998, 2002) Паралимпия уйындары чемп., 5 һәм 20 км (1998), 5 һәм 10 км (2002) ярышта, эстафетала (2006) Паралимпия уйындарының көмөш призёры; донъя (2003, 2005) һәм Рәсәй (10 тапҡыр, 1998—2001; 2 тапҡыр, 2003; 2005) чемп., донъя (3 тапҡыр, 2000; 2003, 2005) һәм Европа (1997; 2 тапҡыр, 2001) чемпионаттарының көмөш призёры; саңғы ярышы б‑са 5, 10, 15 км уҙышта һәм эстафетала донъя (2 тапҡыр, 2003; 2005) һәм Европа (2 тапҡыр, 1997; 2001) чемпионаттарының бронза призёры. Күреү б‑са инвалид‑ тар араһында Паралимпия уйында‑ рында спринт б‑са чемп. һәм 12,5 км уҙышта көмөш призёр (2006), 12,5 км биатлон уҙышында донъя чемп. (2009). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1997—2010). Почёт (1998), Дуҫлыҡ (2005), “Башҡортостан Республикаһы алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” (2006), Халыҡтар дуҫлығы (2002) орд. м‑н бүләкләнгән.

Тәрж.М.Н.Моратшина

П.: И.Н.Маннанов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019