Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МИЛЬШИН Владимир Иванович

Просмотров: 1070

МИЛЬШИН Владимир Иванович (26.5.1965, Харьков ҡ.), спортсы. Халыҡ‑ара шашка уйындары буйынса халыҡ‑ара гроссмейстер (1994), Рәсәй гроссмейстеры (2000). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (2002). Шашка клубы тәрбиәләнеүсеһе (Харьков ҡ.; тренеры А.Я.Вирный), 1999—2005 йй. “Башнефть” шашка клубы өсөн сығыш яһай (тренеры Ю.В.Черток). Классик программа буйынса РСФСР (1988), Рәсәй (2020) һәм СССР Хәрби көстәре (1983—92) чемпионы, Рәсәй чемпионаттарының көмөш (2012) һәм бронза (1996, 1998—2000) призёры; блиц буйынса Рәсәй чемпионаттарының көмөш (1997, 2001, 2011) һәм бронза (2008) призёры; тиҙ программа буйынса Рәсәй чемпионаттарының көмөш (2002) һәм бронза (1998—2000, 2010, 2012) призёры. Команда зачётында донъя (2000) һәм клубтар араһында Европа (2000—01) чемпионы. Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1998 й. алып). 

Тәрж. М.Н.Моратшина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 25.11.2022