Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МИҢЛЕҒОЛОВА Нурсилә Харис ҡыҙы

Просмотров: 933

МИҢЛЕҒОЛОВА Нурсилә Харис ҡыҙы (22.3.1965, БАССР‑ҙың Өфө районы Волков а.), спортсы. Ҡышҡы полиатлон буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1999). БР‑ҙың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2021). БДПИ‑ны тамамлаған (1994). Донъя чемпионы (1998, 2000, 2002), Донъя (1998) һәм Рәсәй (2001—03) кубоктарын яулаусы, Донъя (1994) һәм Рәсәй (1999—2001, 2003) чемпионаттарының, Донъя (2001) һәм Рәсәй (1993, 1996, 1999, 2000) кубоктарының көмөш призёры, Донъя кубоктарының (1996, 1999) һәм Рәсәй чемпионаттарының (1994, 1998) бронза призёры. Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1993—2003). 1984 й. алып Өфө районы Алексеевка урта мәктәбе уҡытыусыһы. 

Тәрж. Ғ.Р.Бердина

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.08.2022