Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НИФАНТОВ Иван Перфирьевич

Просмотров: 793

НИФАНТОВ Иван Перфирьевич (27.10.1904, Пермь губ. Түб. Тюлька а. — 25.3.1991, Октябрьский ҡ.), хужалыҡ эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1969). Әзербайжан нефть сәнәғәт акад. тамамлаған (Баҡы, 1937). 1921 й. алып Пермь ҡ., 1930—33 йй. “Востокнефть” тресында (Свердловск ҡ.) эшләгән; 1938 й. башлап Вожгалы нефть разведкаһы (Кемерово өлк.) дир.; 1939— 40 йй., 1943—48 йй. һәм 1953—63 йй. “Туймазанефть” тресында: идарасы, 1953 й. алып нефть промыслаһы мөдире; 1940—43 йй. “Казахстаннефтекомбинат” тресы (Гурьев ҡ.) нач., 1948—53 йй. “Краснокамскнефть” тресында (1950 й. алып трест идарасыһы). Н. етәкс. Туймазы нефть ятҡылығы асыла һәм эшкәртеүгә индерелә, илдә тәүге тапҡыр ҡатламдарға контур аръяғы буйлап һыу ебәреү үҙләштерелә. БАССР ЮС‑ының 2‑се саҡырылыш депутаты. Ленин (1942, 1948), “Почёт Билдәһе” (1944) орд. м‑н бүләкләнгән. 

Т.П.Гарасюта

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019