Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЛАТИПОВ Ринат Закир улы

Просмотров: 1337

ЛАТИПОВ Ринат Закир улы (5.8. 1942, БАССР‑ҙың Балтас р‑ны Уҫман а.), хирург. Мед. ф. д‑ры (2000), проф. (2000). БР‑ҙың атҡ. табибы (2000), БР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2012). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1966) Өфө р‑нында эшләй: район дауаханаһында (Яңы Черкассы ҡсб), 1968 й. алып “Дмитриевский” с‑зының медик‑санитария бүлегендә (1970 й. алып баш табип); 1974 й. БДМУ‑ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге ҡорһаҡ ярыһының йәбе шеү ауырыуын һәм уның ҡатмарлашыуын, ҡорһаҡ ҡыуышлығы ағзалары ауырыуҙарын, уларҙың төшөүен диагностикалауға һәм хирургик дауалауға арналған. Л. ҡатнашлығында эсәктәрҙең йәбешеп үткәрмәүсәнлеге һәм стенозы төрҙәрен, пилоростенозды диагностикалау, висцероптозды дауалау, операциянан һуң йәбешмәләр үҫеп китеүен иҫкәртеү ысулдары һ.б. эшләнә. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 33 уйлап табыу авторы. Рәсәй мед. ФА‑ның А.Н.Бакулев ис. пр. лауреаты (2004).

Х е ҙ м.: Толстокишечный стаз у больных висцероптозом. Уфа, 2012 (авторҙ.); Рентгеноанатомический атлас осложненного висцероптоза. Уфа, 2014 (авторҙ.); Хирургия спаечной болезни брюшины. Уфа, 2015 (авторҙ.).

 

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019