Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЛИПАТОВ Олег Николаевич

Просмотров: 853

ЛИПАТОВ Олег Николаевич (28.7. 1965, Өфө), онколог. Мед. ф. д‑ры (2002). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1992) Респ. клиник онкология диспансерында эшләй, бер үк ваҡытта 1994 й. алып БДМУ‑ла (2002 й. башлап Дипломдан һуң белем биреү ин-тының онкология һәм патологик анатомия курсы мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге дөйөм һәм айырым онкологияға; лимфогранулематоздың, шеш алды ауырыуҙарының һәм һөт биҙҙәре рагының, һөйәктәрҙең һәм йомшаҡ туҡымаларҙың яман шештәренең патогенезын өйрәнеүгә һәм диагностикалау ысулдарын камиллаштырыуға, дауалау һәм иҫкәртеүгә арналған. Л. тарафынан ҡатын‑ҡыҙҙарҙа һөт биҙҙәре рагын, балаларҙа һәм үҫмерҙәрҙә яман шешле лимфомаларҙы иҫкәртеү һәм дауалау өсөн β‑каротин файҙаланыуҙың һөҙөмтәлелеге өйрәнелә. 150‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Онкология. М., 2010 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019