Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЛИХОДЕД Виталий Алексеевич

Просмотров: 206

ЛИХОДЕД Виталий Алексеевич (14.6.1944, Запорожье ҡ.), провизор. Фарм. ф. д‑ры (1993), проф. (1993). Запорожье мед. ин‑тын тамамлаған (1970), 1971 й. башлап (өҙөклөк м‑н) ш. уҡ эшләй. 1984 й. алып БДМУ‑ла биотехнология курсын алып бара, фарм. технологияһы каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге мед. препараттарының дарыу формаларын һәм уларҙы әҙерләү технологияһын  эшләүгә арналған. Л. ҡатнашлығында стоматологик, гинекологик, тире, күҙ ауырыуҙарын дауалау өсөн шешеүгә һәм бактерияларға ҡаршы тәьҫир итеүсе дарыу формалары; эмульсиялы майлы ерлектәр, ультратауыш диагностикаһы өсөн гель, рентген‑контрастлы диагностик система, үҫемлектәрҙе ҡоротҡостарҙан һаҡлау өсөн композиция һ.б. эшләнә. 400‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 55 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Разработка стоматологических карандашей с растительным экстрактом //Фармация. 2008. №1.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019