Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЛОЗОВАЯ Галина Фёдоровна

Просмотров: 812

ЛОЗОВАЯ Галина Фёдоровна (1.3.1939, Приморско‑Ахтарск ҡ.), провизор. Фарм. ф. д‑ры (1994), проф. (1995). Харьков фарм. ин‑тын (1961), Башҡ‑н идара итеү академияһын (1992) тамамлаған. 1961—66 йй. Харьков өлк. һәм Краснодар крайында эшләй, 1970 й. алып мед. һәм фарм. ин‑ттарында уҡыта (Хабаровск ҡ.). 1985 й. башлап БДМУ‑ла: 1991 й. алып мед. һәм фарм. тауарҙарын өйрәнеү курсын алып барыу м‑н бергә фармацияға идара итеү һәм иҡтисад каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге фармацевтика маркетингыһына һәм менеджментына, токсикологик химия проблемаларына арналған. Л. тарафынан мәйет материалында, фарм. пр‑тиеларҙың биол. шыйыҡсаларында һәм ағынты һыуҙарында  ағыулы һәм көслө тәьҫир итеүсе матдәләрҙе эҙләп табыу ысулдары, фарм. ойошмаларының килемен планлаштырыу, БР стационарҙарының дарыуҙар һатып алыуын ҡулайлаштырыу б‑са компьютер программалары эшләнгән. 500 фәнни хеҙмәт һәм 4 уйлап табыу авторы. БР‑ҙың фарм. ассоциацияһы президенты (1996—2007).

Хеҙм.: Риск‑менеджмент и прикладной маркетинг фармацевтической организации. М., 2001 (авторҙ.); Финансовые аспекты управления экономикой фармацевтической организации. Уфа, 2010 (авторҙ.); Стратегия формирования рынка ветеринарных лекарственных средств. Уфа,  2011 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019