ЛОҠМАНОВ Сабир Закирйән улы
ЛОҠМАНОВ Сабир Закирйән улы (9.4.1906, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Йәркәй а., хәҙ. БР‑ҙың Илеш р‑ны Үрге Йәркәй а., — 27.10.1967, Өфө), анатом, һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороусы. Мед. ф. д‑ры (1943), проф. (1943). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1956), РСФСР‑ҙың атҡ. табибы (1957), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1943). Мед. хеҙмәте подполковнигы (1950). 2‑се Мәскәү мед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1932) БДМИ‑ла эшләй: киске бүлек мөдире, 1934 й. алып декан, 1935 — 39 йй. фәнни һәм уҡыу‑уҡытыу эштәре б‑са дир. урынбаҫары, 1937 й. башлап анатомия каф. мөдире; бер үк ваҡытта 1939 й. алып Респ. ҡан биреү станцияһы дир., 1940 — 50 йй. һәм 1954—60 йй. БАССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау министры. Фәнни эшмәкәрлеге кешенең һөлдә мускулдарының макротөҙөлөшөн һәм иннервацияһын өйрәнеүгә арналған. БДМИ‑ның анатомия музейын ойоштора. 40‑тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Башҡ‑н анатомдар, гистологтар һәм эмбриологтар ғилми йәмғиәте рәйесе (1955—58). БАССР ЮС‑ының 2‑се һәм 4—5‑се саҡырылыш депутаты. Ленин (1949), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1942, 1954), “Почёт Билдәһе” (1944) орд. м‑н бүләкләнгән. Л. исеме БДМУ‑ның кеше анатомияһы каф. бирелгән (2006). БДМУ‑ның Л. эшләгән анатомия корпусы бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
Хеҙм.: Макроскопическая структура некоторых мышц тазового пояса человека. Уфа, 1945; Развитие здравоохранения Башкирской АССР. Уфа, 1958.
В.Ш.Ваһапова
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина