Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЛОТФРАХМАНОВ Илдар Илдус улы

Просмотров: 754

ЛОТФРАХМАНОВ Илдар Илдус улы (29.11.1965, Өфө), анестезиолог‑ реаниматолог. Мед. ф. д‑ры (2007). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1989) Респ. клиник дауаханаһында, 2000 й. алып 2‑се Респ. клиник дауаханаһында эшләй, 2002 й. — Өфөнөң ашығыс мед. ярҙамы дауаханаһында бүлек мөдире, 2007 й. башлап БДМУ‑ла уҡыта, 2008 й. — 20‑се ҡала клиник дауаханаһында (Мәскәү), 2015 й. — Респ. кардиология диспансерында (Өфө) эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге сирҙең ауырлығын баһалай торған интеграль ысулдар эшләүгә, медицинала киҫкен һәм кисектергеһеҙ хәлдәрҙе нейроселтәрле моделләштереүгә арналған. Л. ҡатнашлығында эренле‑елһенеүле өҙлөгөүҙең һәм сепсистың клиник‑лаб., иммунологик һәм цитогенетик күрһәткестәре билдәләнә, киҫкен панкреатит, ауыр травма һ.б. булған осраҡтарҙа иртә диагностикалау, ҡатмарлашыу ағышын һәм һөҙөмтәләрҙе күҙаллау ысулдары эшләнә. 50‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019