Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МӘҮЛИТОВ Таһир Рыфат улы

Просмотров: 1323

МӘҮЛИТОВ Таһир Рыфат улы (15.2.1959, Өфө), хирург‑травматолог. Мед. ф. д‑ры (2005). Р.Р.Мәүлитовтың улы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1982) шунда уҡ, бер үк ваҡытта 1983 й. алып Респ. бешеүҙе дауалау үҙәгендә эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге термик бешеү һәм травмаларҙы комплекслы, ш. иҫ. алло‑ һәм ксенотрансплантаттар ҡулланып, дауалауға, бешеү ауырыуы булғанда инфекцион өҙлөгөүҙәрҙе (гнотобиологик изоляция файҙаланып), балаларҙа бешеүҙән һуңғы деформацияны иҫкәртеүгә һәм дауалауға арналған. М. ҡатнашлығында бешеүҙе дауалау өсөн трансплантаттар, “Бешеүү .әге өсөн мәғлүмәт‑диагностика системаһы” компьютер программаһы, ике бинаны герметик тоташтырыу өсөн шлюз эшләнгән. 100‑гә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 3 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Предупреждение и лечение инфекционных осложнений ожогов у детей. Уфа, 2009; Предупреждение инфекционных осложнений и комплексное лечение детей с сочетанной и комбинированной термической травмой, пострадавших на катастрофе. Уфа, 2011 (авторҙ.); Лечение больных с дефектами кожных покровов различной этиологии. Уфа, 2012 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019