Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КАРПОВТАР

Просмотров: 1192

КАРПОВТАР, дворяндар нәҫеле. Өфө тармағына нигеҙ һалыусы — Иван Васильевич К., Смоленск шляхтаһынан (ҡара: Полоцк һәм Смоленск шляхтаһы). Уның улдары: Никифор Иванович К., 1657 й. Мәскәүҙә түләүле хәрби хеҙмәткә (поместье һәм аҡсалата эш хаҡына) алына. Өфө өйәҙендә Ольховое күле (Ағиҙел й. басс.) буйында 2 ир‑атҡа һәм 350 сирек ергә хужа була; Семён Иванович К., 1656 й. Өфөлә хәрби хеҙмәткә алына. Башҡорт ихтилалын (1662—64) баҫтырыуҙа, 1687 й. Ҡырым походында ҡатнаша. 1687 й. алып Себер даруғаһы башҡорттарынан яһаҡ йыя. 1682 й. 500 сирек ер биләгән. Никифор Иванович К. улы — Гавриил Никифорович К., 1700 й. 470 сирек поместье оклады м‑н хәрби хеҙмәткә алына. 1718 й. Өфө өйәҙендә ауылы була. Уның улдары — Василий Гавриилович К., Андрей Гавриилович К. һәм Пётр Гавриилович К., 18 б. 20‑се йй. Өфө дворяндар ротаһында хеҙмәт итәләр. Аталарының поместьеһын уртаҡ биләйҙәр. Андрей Гавриилович К. улдары — Никита Андреевич К. һәм Семён Андреевич К., 1747 й. Өфө драгун полкында хеҙмәт итәләр. Аталарының поместьеһын уртаҡ биләйҙәр. Шулай уҡ Семён Тимофеевич К. билдәле, сержант. 1782 й. алып Ҡара Яр ялан батальонында, 1785 й. — Ырымбур драгун полкында хеҙмәт итә; уның улы — Иван Семёнович К., унтер-офицер. 1797 й. 2‑се Ырымбур ялан батальонында, Өфө мушкетёр полкында, 1798 й. башлап Верхнеурал гарнизон батальонында хеҙмәт итә; Дмитрий Степанович К., коллегия секретары (1822). 1812 й. башлап Ырымбур ыҙан контораһында, отставкаға сыҡҡандан һуң (1819) 1820 й. — Ырымбур ҡаҙна палатаһында хеҙмәт итә. Ауылға һәм 125 дисәтинә ергә хужа була; Николай Петрович К., поручик. А.В.Суворовтың 1799 й. Италия һәм Швейцария походтарында ҡатнаша. 1793 й. башлап Тула мушкетёрҙар полкында хеҙмәт итә. 1802—05 йй. һәм 1826—30 йй. Өфө өйәҙ дворяндар йыйылышы депутаты. 1830 й. 20 ир‑атҡа һәм Боғорослан өйәҙенең Никольское а. хужа була. Карповка а. (хәҙ. Өфө эсендә) К. ерендә нигеҙ һалынған, тип фараз ителә. К. нәҫеле Сембер һәм Ырымбур губ. дворян нәҫел тарихы китаптарының 6‑сы киҫәгенә индерелгән. Генераль ыҙанлау б‑са К. нәҫеленең 5 вәкиленә Өфө өйәҙендә 4 ир‑ат һәм 152 дисәтинә (19 б. уртаһында яҡынса 230 дисәтинә) ер ҡараған.

Б.Әҙнабаев

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019