Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КӘҪЛЕ ЗАВОДЫ

Просмотров: 835

КӘҪЛЕ ЗАВОДЫ, 1747 й. Себер даруғаһы Бәкәтин (Мәкәтин) һәм Терһәк улустары башҡорттарынан һатып алынған ерҙәрҙә Оло Кәҫле күле буйында сауҙагәр Я.Р.Коробков м‑н кенәз П.И.Репнин тарафынан суйын иретеү һәм тимер етештереү заводы булараҡ нигеҙ һалына. Хужалары: Коробков м‑н Репнин, 1751 й. алып Н.Н.Демидов (ҡара: Демидовтар), 1809 й. — сауҙагәр Л.И.Расторгуев һәм уның вариҫтары, 1900 й. — Ҡыштым тау заводтары йәмғиәте; 1918 й. национализациялана. Ҡыштым тау округына ингән. 1749 й. эшләй башлай. Домна мейесе, 2 крица горны, 1797 й. домна мейесе, 21 крица горны, 11 крица сүкеше, 1863 й. домна мейесе, 4 ҡыҙҙырыу мейесе, 3 вагранкаһы, 12 крица һәм 10 тимерлек горны була. 1890 й. пудлингылау үҙләштерелә, пудлинг мейесе (1895 й. 4‑кә етә) эшләй башлай. 1894 й. прокат станы, 2 йәбештереү һәм 2 ҡыҙҙырыу мейесе ҡуйыла. 1900 й. прокат станы, 2 домна мейесе (1‑һе эҫе һауа өрҙөрөлгән), 4 пудлинг һәм 2 йәбештереү мейесе, 2 вагранка, 3 крица һәм 14 тимерлек горны, 3 пар сүкеше, 2 пар машинаһы була. 18 б. аҙ. К.з. 150 мең дисәтинә ерҙе, 3 мәғдән ятҡылығын биләй. 1761 й. К.з. 373 крепостной крәҫтиән (ҡара: Тау сәнәғәте крәҫтиәндәре), 354 заводҡа беркетелгән крәҫтиән, 1777 й. 1,5 меңгә яҡын крепостной крәҫтиән, 7,6 меңдән ашыу заводҡа беркетелгән крәҫтиән (Ҡыштым заводы крәҫтиәндәре м‑н бергә) иҫәпләнә; 1797 й. 853 мастеровой һәм эшсе кеше, 3742 заводҡа беркетелгән крәҫтиән, 1860 й. 5404 (1632‑һе төп эштәрҙә) тау сәнәғәте крәҫтиәне, 1900 й. 3280 эшсе (ҡара: Эшселәр синыфы; 1593‑ө төп эштәрҙә, 1687‑һе ярҙамсы эштәрҙә), 1911 й. 2008 (881‑е төп эштәрҙә, 1127‑һе ярҙамсы эштәрҙә) эшсе була. 1783— 96 йй. К.з. 1,4 млн боттан ашыу суйын иретелә, уртаса етештереүсәнлек йылына яҡынса 10 мең бот тәшкил итә; макс. етештереүсәнлек — 154934 бот (1795). 20 б. башында макс. етештереүсәнлек: суйын — 584,4 мең бот (1900), тимер — 247,2 мең бот (1902). 18 б. 60‑сы йй. алып К.з. суйындан нәфис әйберҙәр эшләп сығарыу үҙләштерелә. Кәртәләр, рәшәткәләр, баҡса-парк скульптураһы, завод, сиркәү биналары, ҡәберҙәр өсөн плиткалар һ.б. етештерелә. 19 б. башында төрлө һауыт-һаба, көршәктәр, ҡаҙандар һ.б. сығарыла башлай.

19 б. 30—40‑сы йй. башлыса статуэткалар, декоратив һауыттар, вазалар, туҫтаҡтар, көл һауыттары, шәмдәлдәр, ҡара һауыттары һ.б. етештереү яйға һалына; 50‑се йй. түңәрәк камера скульптураһын күпләп етештереү башлана. Суйын әйберҙәр ҡойоуҙа үҙенсәлекле стиль (“Кәҫле ҡойолмаһы”) барлыҡҡа килә, ул һындың график теүәллеге, ентекле яһалған деталдәр м‑н дөйөм композицияның бер-береһен тулыландырып килеүе, төҫтәр балҡышы (аҡһыл һоронан сөм ҡараға тиклем) м‑н айырылып торған. К.з. һуғылған әйберҙәргә айырым пластика, төрлө биҙәктәрҙең байлығы, ҡойоу һәм сүкеүҙең юғары техникаһы хас. К.з. эшләнгән нәфис әйберҙәрҙең иң яҡшылары араһында П.К.Клодт (“Һыбайлыһы йығылып төшкән ат”, “Септә ябылған ат”, “Аттар”), Е.А.Лансере (“Лезгиндарҙың егетлек уйыны”, “Уҫал этле һунарсылар”, “Йәйге тройка”) һ.б. өлгөһө б‑са сүкелгән скульптуралар, урындағы рәссамдар һәм оҫталарҙан М.Д.Канаев (“Ағас янындағы вакханка” шәмдәле, “Ҡабырсаҡ” вазаһы, “Лавр тажы” рамкаһы), Н.Р.Бах (“Өкө менән ҡарсыға һуғышы” ҡара һауыты, “Уйнау урынындағы һуйыр”, “Һынған ағас һәм ағуналар” преспапьелары) эштәрен һ.б. атарға мөмкин. 1900 й. Парижда үткән Бөтә донъя күргәҙмәһендә Гран-при яулаған суйын павильоны (архитекторы Е.Е.Баумгартен, “Рәсәй” скульптураһы авторы Н.А.Лаверецкий, оҫталары Н.А.Мочалин, К.Д.Тарасов һ.б.) киң билдәлелек яулай. 1876 й. К.з. Канаев тарафынан форма биреү, һүрәт төшөрөү, әүәләү һ.б. һөнәрҙәргә өйрәткән художество мәктәбе асыла. 1883 й. К.з. 500 төр нәфис изделие етештерелә, 1914 й. — 759 төр. Нәфис әйберҙәр ҡойоу күләме 1887 й. — 555 бот, 1898 й. 1178 бот тәшкил итә. 18 б. 60‑сы йй. — 19 б. башында [башлыса Ватан һуғышы (1812) йылдарында] һәм Беренсе донъя һуғышы йылдарында К.з. артиллерия снарядтары (бомба, граната, картечь, мина, йәҙрә һ.б.) етештереү яйға һалына. 19 б. аҙ. — 20 б. башында завод цехтарында һәм биләмәләрендә электр яҡтылығы үткәрелә. Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) осоронда завод халҡының бер өлөшө баш күтәреүселәргә ҡушыла. 1822—23 йй. К.з. күмәк (Үҙән заводы м‑н бергә 8 меңгә яҡын) кеше ҡатнашлығында сыуалыштар була. Улар эш хаҡы түләүҙе, аҙыҡ-түлек биреү һәм икмәккә хаҡ төшөрөүҙе, юғары штрафтарҙы бөтөрөүҙе талап итә. 1861 й. Крәҫтиән реформаһының төп положениеларын ғәмәлгә ашырыу барышында мастеровой һәм эшсе кешеләр, тау сәнәғәте крәҫтиәндәре, ергә оброк юғары булыу сәбәпле, ер алыуҙан баш тарта, өй яны участкаһы алыу м‑н сикләнә. 1774—75 йй. завод эшләмәй (яндырыла). К.з. изделиелары С.‑Петербургта (1860, 1870), Мәскәүҙә (1872), Венала (1873), Стокгольмда (1897), Парижда (1900) үткән күргәҙмәләрҙә — алтын, С.‑Петербургта (1861), Мәскәүҙә (1882), Екатеринбургта (1887), Парижда (1867) — көмөш, Филадельфияла (1876) һ.б. уҙған күргәҙмәләрҙә бронза миҙалдар яулай. 2004 й. алып “Кәҫле архитектура-нәфис ҡойоу заводы” ЯСЙ тип атала. Хәҙ. завод ҡасабаһы урынында Кәҫле ҡ. урынлашҡан.

Әҙәб.: Пешкова И.М. Искусство каслинских мастеров: в 2 кн. Челябинск, 1983.

Н.М.Ҡолбахтин

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019