Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИСТАХРИ

Просмотров: 1059

ИСТАХРИ (Әбү Исхаҡ Ибраһим Ибн Мөхәммәт әл-Истахри әл-Фариси; 850—934), ғәрәп сәйәхәтсеһе, географ. Азия, Үҙәк Европа, Төньяҡ Африка буйлап сәйәхәт итә. “Китаб масалик вал‑мамалик” (“Юлдар һәм көслө дәүләттәр китабы”; 930—933) хеҙмәтенең авторы. И. шәхси күҙәтеүҙәренә, күреп белеүселәрҙең һөйләүҙәренә, ш. уҡ яҙма сығанаҡтарға (ш. иҫ. Балхи әҫәрҙәренә) нигеҙләнгән хеҙмәте Азия һәм Европа илдәре мосолмандарының тарихи геогр., иҡт. һәм сәйәси тарихы т‑дағы мәғлүмәттәрҙе үҙ эсенә ала. Ул башҡорттарҙы “баджгард” (ҡара: Башҡорт) исеме аҫтында тасуирлай һәм улар урынлашҡан 2 терр‑яны күрһәтә: Көньяҡ Урал (ҡара: Башҡортостан) һәм Төньяҡ Ҡара диңгеҙ буйы. И. ярашлы, башҡорттар төркөмдәргә бүленә: береһе — болғарҙар һәм уғыҙҙар, икенсеһе бәшнәктәр м‑н сиктәш.

Әҙәб.: Крачковский И.Ю. Избранные сочинения. В 6 т. Т 4. М.; Л., 1957

И.М.Аҡбулатов, Б.С.Ильясов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019