Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАЛМАҠ, башҡ. ҡәбиләһе

Просмотров: 867

ҠАЛМАҠ, һартҡалмаҡ, башҡ. ҡәбиләһе. Ҡатай ырыу-ҡәбилә берләшмәһенә ҡараған. Тамғаһы — . Этник яҡтан Үҙәк Азияның монгол ҡәбиләләренә барып тоташа. “Ҡалмаҡ” этнонимы ҡаҙаҡтарҙа, ҡарағалпаҡтарҙа, ҡырғыҙҙарҙа һ.б. билдәле. Ғалимдар фекеренсә, Ҡ. — 17 б. Урал аръяғына күсенгән ҡалмыҡтарҙың вариҫтары. 18 б. Уй һәм Тубыл далаларына таралып, ҡатайҙар йоғонтоһона биреләләр, табын һәм әйле ҡәбиләләре м‑н күрше булалар. Ҡәбиләнең аҫаба ерҙәре (ҡара: Аҫабалыҡ) Себер даруғаһының Ҡалмаҡ һәм Һарт улустарын тәшкил итә. 18 б. аҙ. — 19 б. Ҡ. йәшәгән ерҙәр Силәбе өйәҙенә, Троицк өйәҙенә, идара итеүҙең кантон системаһы осоронда 4‑се (артабан 5‑се, 6‑сы) башҡ. кантонына (1798— 1854 йй.) ҡарай. Хәҙ. ҡәбилә йәшәгән терр‑я Ҡурған өлк. Сафакүл һәм Щучан, Силәбе өлк. Наҙы-Петровск р‑ндарына инә.

Р.З.Йәнғужин

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019