Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАРШЫН, башҡ. ҡәбиләһе

Просмотров: 783

ҠАРШЫН, башҡ. ҡәбиләһе. Ырыу составы: ҡәҙрәй‑Ҡ., ҡарға‑Ҡ., сатлыған‑Ҡ. Тамғалары — . Этник яҡтан Алтай һәм Үҙәк Азия төрки ҡәбиләләргә барып тоташа. “Ҡаршын” этнонимы уйғырҙарҙа билдәле. Ҡ. формалашыуына уларҙың б.э. 2‑се мең йыллығы башынан ҡыпсаҡтар мөхитендә булыуы йоғонто яһай. 13—14 бб. ҡаршындар Ҡармасан й. басс. таралып ултыра, унда улар дыуанай, ҡаңлы, мең ҡәбиләләре м‑н күрше була. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң ҡәбиләнең аҫаба ерҙәре (ҡара: Аҫабалыҡ) Ҡазан даруғаһының Ҡаршын улусын тәшкил итә. Бында, П.И.Рычков мәғлүмәттәре б‑са, 18 б. уртаһында 77 йорт иҫәпләнгән. 18—19 бб. аҙ. Ҡ. йәшәгән терр‑я Өфө өйәҙенә, идара итеүҙең кантон системаһы осоронда 7‑се (артабан 8‑се, 9‑сы) башҡ. кантонына (1798—1854 йй.) ингән. Хәҙ. ҡәбилә йәшәгән терр‑я БР‑ҙың Кушнаренко р‑нына, ТР‑ҙың Балыҡ Биҫтәһе р‑нына ҡарай.

Р.З.Йәнғужин

Тәрж. Р.Х.Сәғитов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019