Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠОЛАҠСЫН, баш кейеме

Просмотров: 1277

ҠОЛАҠСЫН, башҡорт ир-егеттәренең йәнлек тиреһенән осло түбәле итеп тегелгән традицион баш кейеме (ҡара: Башҡорт кейеме). Ҡ. осо киҫелгән 4 ҡыйыҡтан, козырёк рәүешендәге маңлайсанан һәм 3 арҡалыҡтан (арҡа яғынан һәм баулы итеп 2 яурын яғынан ҡалдырылған) беселгән. Башлыса һарыҡ, төлкө, бүре, һеләүһен һ.б. тиреһенән теккәндәр. Буҫтау йәки ҡалын туҡыма м‑н тышлағандар; уҡа, төҫлө таҫма, йәнлек тиреһе м‑н матурлағандар. Шулай уҡ кейеҙ, буҫтау (кейеҙ ҡолаҡсын, көләпәрә), эсле һәм эсһеҙ, төҫлө таҫма м‑н биҙәлгән Ҡ. булған. Ҡайһы ваҡыт уны бүрек өҫтөнән кейгәндәр. Ҡ. көндәлек баш кейеме булған. Башлыса Башҡортостандың көньяҡ һәм көнсығыш, айырыуса дала райондарында таралған була. Күп күсмә халыҡтарҙа осрай.

С.Н.Шитова

Тәрж. Р.Х.Сәғитов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019