Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАЛПАҠ

Просмотров: 1237

ҠАЛПАҠ, башҡорттарҙың традицион баш кейеме (ҡара: Башҡорт кейеме). Ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙ Ҡ. булған.

Ирҙәр Ҡ. баҫып эшләнгән йәки дүрт ҡыйыҡлап, һирәгерәк ике оҙонса ярым түңәрәктән тегелгән, түбәһе конус йәки ярымшар рәүешендә булған, аҫҡы яғы киң, ике яҡҡа айырылып торған (тар ситлеләре өҫкә ҡайтарылып, киң ситлеләре аҫҡа төшөрөлөп кейелгән). Кейеҙҙән йәки буҫтауҙан эслек ҡатлап тегелгән. Ситтәрен, йөйҙәрен таҫма, уҡа м‑н биҙәгәндәр, кейеҙ Ҡ. ҡайһы ваҡыт төҫлө бәрхәт, буҫтау м‑н тышлағандар. Ҡ. оҡшаш баш кейеме ҡаҙаҡтарҙа, ҡырғыҙҙарҙа һ.б. күсмә халыҡтарҙа булған. Ҡатын-ҡыҙ Ҡ. төрлөлөгө м‑н айырылып торған.

Ҡыҙҙар һәм кейәүгә сыҡҡан йәш ҡатындар туҙҙан, ҡабыҡтан, тиренән эшләнгән ҡаты тирәсле, эслек ҡатланған Ҡ. кейгән; улар түбәтәй кеүек тәпәш, түңәрәк яҫы төплө (бәләкәй ҡалпаҡ) һәм конус рәүешендә бейек, йомшаҡ түбәле (тоҡсай ҡалпаҡ, артлы ҡалпаҡ, баҫҡан ҡалпаҡ) булған. Төҫлө бәрхәт, ҡара сатин м‑н тышлағандар, тирәсен йәки тотош өҫтөн сәйлән, ынйы, мәрйен, тәңкә, уҡа, суҡ, төҫлө быяланан баҫмалар, көмөш һәм алтын уҡа м‑н сигелгән нағыш (ҡара: Сигеү), ҡолаҡ тирәһен төрлө төҫтәге суҡтар м‑н биҙәгәндәр. Кейәүгә сыҡҡан ҡатындар Ҡ. ҡушъяулыҡ йәки яулыҡ өҫтөнән, йәш ҡыҙҙар яулыҡһыҙ, бау м‑н бәйләп кейгән. Өлкән йәштәге ҡатын-ҡыҙ тирәсе ҡалыныраҡ булһын өсөн ситтәре бер нисә ҡат бөкләнгән аҡ кизе-мамыҡ ептән бәйләнгән (аҡ ҡалпаҡ) йәки киндер туҡыманан тегелгән (мамыҡ ҡалпаҡ) конус рәүешендәге бейек Ҡ. кейгән. Селтәр, суҡ м‑н биҙәгәндәр. Ғәҙәттә уҡа, уҡалы суҡ м‑н биҙәлгән маңлай бәйләмесе (ҡара: Маңлай биҙәүестәре) өҫтөнән кейгәндәр. Ҡатын-ҡыҙ Ҡ. Урал аръяғында, Башҡортостандың төньяҡ һәм көнбайыш төбәктәрендә осрай. Ҡ. оҡшаш баш кейемдәре Урта Волга буйындағы сыуаш, татар, удмурт һ.б. халыҡтарҙа булған. 

С.Н.Шитова

Тәрж. М.В.Хәкимова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019