Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КУЗЕЕВ Рәил Ғүмәр улы

Просмотров: 1795

КУЗЕЕВ Рәил Ғүмәр улы [10.1.1929, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Әмин а. (БР‑ҙың Шишмә р‑ны) — 2.8.2005, Өфө], этнолог, тарихсы. РФА‑ның мөхбир ағзаһы (1991), БР ФА акад. (1991), Сыуаш Респ. Фән һәм сәнғәт милли академияһының почётлы акад. (1996). Тарих ф. д‑ры (1971), проф. (1972). РСФСР‑ҙың (1979), БАССР‑ҙың (1969) атҡ. фән эшмәкәре. Рөстәм Ғ.Кузеевтың ҡустыһы. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1950) 1951 й. тиклем һәм 1954—83 йй. ТТӘИ‑лә эшләй (1955—61 йй., 1967—68 йй. һәм 1976—78 йй. археология, этнография һәм халыҡ сәнғәте бүлеге мөдире), бер үк ваҡытта 1960—87 йй. СССР ФА БФ Президиумы рәйесе урынбаҫары, 1960—70 йй. БДУ‑ла, 1974—88 йй. БДПИ‑ла уҡыта (1974—75 йй. һәм 1989 й. СССР тарихы һәм дөйөм тарих каф., СССР тарихы каф. мөдире). 1983—99 йй. РФА Өфө ФҮ‑нең Урал халыҡтары бүлеге м‑н Археология һәм этнография музейы мөдире, бер үк ваҡытта 1995— 96 йй. БР ФА вице-президенты вазифаһын башҡарыусы, 1999—2001 йй. Этнологик тикшеренеүҙәр үҙәге директоры. Фәнни эшмәкәрлеге этнос теорияһына, Волга буйының һәм Көньяҡ Уралдың (ҡара: Волга-Урал тарихи-этнография өлкәһе) төрки (башҡорттар, мишәрҙәр, сыуаштар, татарҙар, типтәрҙәр һ.б.), фин-уғыр (мариҙар, мордвалар, удмурттар һ.б.) һәм көнсығыш славян (украиндар, урыҫтар һ.б.) халыҡтарының этник составы формалашыуына һәм этномәҙәни аралашыуына, бер-береһенә йоғонто яһауына, башҡ. халҡының этногенезы һәм этник тарихы проблемаларына (ҡара: “Башҡорт халҡының килеп сығышы: этник составы, урынлашыу тарихы”), башҡорттарҙың демографияһына, ырыу-ҡәбилә ҡоролошона, этнографик төркөмдәренә һәм этник төркөмдәренә, традицион хужалығына, биҙәү-ҡулланма сәнғәтенә арналған. Археография, историография, сығанаҡтар өйрәнеү, хәҙ. заман милләт- ара мөнәсәбәт проблемалары м‑н шөғөлләнгән.

Ҙур башҡ. ҡәбиләләре һәм ырыуҙарының 25 шәжәрәһе индерелгән “Башҡорт шәжәрәләре” (“Башкирские шежере”; 1960) йыйынтығы авторы. Байтаҡ этнографик экспедиция, археографик экспедиция ойоштороп, уларға етәкселек иткән һәм ҡатнашҡан. К. етәкс. “Башҡортостан халыҡтары” БР дәүләт программаһы (2002) эшләнгән. 500‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы. 1973 й. алып археография комиссияһының Көньяҡ Урал бүлексәһе рәйесе, 1995—97 йй. Рәсәй этнографтары һәм антропологтары ассоциацияһы рәйесе. 1994—98 йй. Президент Советы ағзаһы, 1994 й. башлап БР Президенты ҡарамағындағы Йәмәғәт кәңәшмәһе рәйестәренең береһе. БР‑ҙың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт пр. лауреаты (1999). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971), Халыҡтар дуҫлығы (1975), Почёт (2000) орд. м‑н бүләкләнгән. К. исеме м-н Нуғай а. (Өфө составында) урам аталған. Тыуған ауылында К. йорто алдында гранит плита, Өфөлә ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. Уның исемен Этнологик тикшеренеүҙәр институты йөрөтә. Археология һәм этнография музейында хәтер мөйөшө урынлашҡан, инеү урынында барельеф һәм бюст ҡуйылған. 2005 й. алып Кузеев уҡыуҙары үткәрелә.

Хеҙм.: Очерки по исторической этнографии башкир (родо-племенные организации башкир в XVII — XVIII). Ч.1. Уфа, 1957; Историческая этнография башкирского народа. Уфа, 1978; Народы Среднего Поволжья и Южного Урала. Этногенетический взгляд на историю. М., 1992.

Әҙәб.: Кузеев Раиль Гумерович: библиогр. указ. Уфа, 2006.

И.В.Кучумов

Тәрж. А.Н.Аҡбутина

ПОРТРЕТ Рәил Ғ.Кузеев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 16.09.2021