Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯРМА КУЛЬТУРАЛАРЫ

Просмотров: 1223

ЯРМА КУЛЬТУРАЛАРЫ, үҫтерелгән үҫемлектәр, орлоҡтары башлыса ярма әҙерләү өсөн файҙаланыла. Күпселек Я.к. (дөгө, могар, сорго, тары һ.б.) — бажат һымаҡтар ғаиләһе, ҡарабойҙай ҡарабойҙай һымаҡтар ғаиләһе вәкилдәре. Я.к. йылы яратыусы үҫемлектәр, сорго һәм тары ҡоролоҡҡа сыҙамлы культураларға ҡарай, дөгө һәм ҡарабойҙай дымға талапсан. Ярма төрлө ашамлыҡ әҙерләү өсөн ҡулланыла, аҙыҡ концентраттары, консервалар етештереүҙә файҙаланыла. Я.к. орлоғо — он, крахмал, спирт алыу өсөн сеймал; а.х. малдары өсөн мал аҙығы. Башҡортостанда төп Я.к. — ҡарабойҙай һәм тары. Ҡарабойҙай үҫтереү өсөн көньяҡ урман‑дала зонаһында, төньяҡ‑көнсығыш урман‑дала зонаһында һәм Урал алды дала зонаһында, тары үҫтереү өсөн көньяҡ урман‑дала зонаһында һәм Урал алды дала зонаһында иң уңайлы шарттар булдырылған. Республикала Я.к. сәсеү майҙандары 83,3 мең га тәшкил итә (2006).

Әҙәб.: А ш к р у м о в Г.Г. Биологические особенности и приёмы возделывания проса в Башкирии. Уфа, 1953; К у н а к б а е в С.А., С а б и т о в А.М. Возделывание гречихи в Башкирии. Уфа, 1969; Исмагилов Р.Р., Уразлин М.Х., Гайфуллин Р.Р. Адаптивная технология возделывания полевых культур. Уфа, 2005.

Р.Р.Исмәғилев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: