Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КРЫЖОВНИК

Просмотров: 814

КРЫЖОВНИК (Grossularia), крыжовниктар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 50‑нән ашыу төрө билдәле, Европала, Төньяҡ Америкала һәм Азияла таралған. Башҡортостанда ауыш, йәки культуралы К. үҫтерелә. 1,5 м тиклем бейеклектәге ҡыуаҡ. Үрендеһенең төйөндәрендә энәләр һәм төйөн араларында ваҡ энәләр бар. Япрағы ябай, 3—5 айырсалы, осо тупаҡ йәки осло, сиратлы. Сәскәһе ваҡ, ултырма, аҡ, йәшкелт, ҡыҙғылт, алһыу төҫтә, тәлгәштәргә 1—3‑әрләп йыйылған. Майҙа сәскә ата. Емеше — ялған еләк, йомро йәки оҙонса формалы, аҡ, һары, ҡыҙыл, алһыу, ҡуйы ҡыҙыл һәм ҡара төҫтә, ауырлығы 6 г тиклем, июль—авг. өлгөрә. Емешенең составы (%): 12‑гә тиклем шәкәр, 2‑гә тиклем пектин, 2‑гә тиклем органик к‑талар; С витамины 40—50 мг%, тимер, фосфор һ.б. Тиҙ емеш биргән (ултыртҡандан һуң 3‑сө йылына емеш бирә башлай), яҡтылыҡ һәм дым яратҡан үҫемлек. Ҡыуаҡты бүлеү юлы м‑н, үренденән һәм йәшел ботаҡтан үрсетелә. Рәт эсендә 1,5 м һәм рәт араларында 2,5—3,0 м аралыҡта ултыртыла. Уңдырышлылыҡ 125 ц/га (Кушнаренко тәжрибә-производство хужалығы, 2002—06). Емеше яңы йыйылған һәм эшкәртелгән килеш ҡулланыла. К. яңы сорттарын сығарыу һәм зона агротехникаһын эшләү б‑са фәнни тикшеренеүҙәр Кушнаренко (1935 й. алып), Өфө (1960—80) тәжрибә‑производство хужалыҡтарында (Р.И.Болотина, М.Ғ. Әбдиева) үткәрелә. Бөтә ауыл хужалығы зоналарында үҫтерелә. БР б‑са К. Малахит, Сенатор, Черносливовый һ.б. сорттары ҡулланылышҡа индерелгән.

Әҙәб.: Сергеева К.Д. Крыжовник. М., 1989; Садоводство в Башкортостане. /М.Г.Абдеева [и др.]. Уфа, 2006.

М.Ғ.Әбдиева

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора: