Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КУТЛИН Николай Георгиевич

Просмотров: 1120

КУТЛИН Николай Георгиевич (10.7.1952, БАССР‑ҙың Баҡалы районы Бозор а.), зоотехник, биолог‑зоолог. Биология фәндәре докторы (2001). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2006), РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2011). БАХИ‑ны (1978), БДУ‑ны (1985) тамамлаған. 1978 й. алып Баҡалы районында, 1995 й. — БДАУ‑ҙа (1998—99 йй. етештереү технологияһы һәм малсылыҡ продукцияһын эшкәртеү факультеты деканы урынбаҫары) эшләй, 2004 й. башлап БДУ‑ның Бөрө филиалында (2014 й. тиклем биология һәм экология кафедраһы мөдире). Фәнни тикшеренеүҙәре БР фаунаһына, һыйыр малы селекцияһына, симменталь тоҡомдоң бер тоҡом эсендәге типтарын, Урал һәм Волга буйы бал ҡорттары популяцияһының генетик полиморфизмын булдырыуға арналған. К. тарафынан һөт малсылығында тоҡом‑ара ҡушыуҙы ойоштороу һәм Урта Урал шарттарында симментализацияланған бер тоҡом эсендәге типтарҙы булдырыу буйынса тәҡдим эшләнә.

  Хеҙм.: Заводские линии симментальского, сычёвского и красно-пёстрого голштинского крупного рогатого скота Среднего Урала. Уфа, 1999 (авторҙ.); Сохранение и совершенствование симментального скота Башкортостана. М., 2013 (авторҙ.); Птицы Башкортостана. Уфа, 2017 (авторҙ.).

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 26.09.2022