Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠЫРТАН ҺЫМАҠТАР

Просмотров: 787

ҠЫРТАН ҺЫМАҠТАР (Onagraceae), ике өлөшлөләр ғаиләһе. Яҡынса 25 заты, 700 төрө билдәле, бөтә ер шарында тиерлек таралған. Үләндәр, ярым ҡыуаҡтар, ҡыуаҡлыҡтар, һирәк осраҡта ағастар. Башҡортостанда 4 заттан 13 төр үҫә (цирцея, боланут, ҡыртан, ишәк ҡолағы). Күп, һирәгерәк ике йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары ябай йәки аҙ тармаҡлы, төҙ, төклө. Япраҡтары сиратлы йәки ҡапма‑ҡаршы, һирәгерәк суҡлы, ябай, бөтөн, башлыса ланцет һәм оҙонса‑йомортҡа формаһында, бөтөн ситле йәки киртләсле, ҡойола торған ваҡ япраҡ ҡолаҡсындары менән. Сәскәләре төрлө төҫтә, ике енесле (һирәгерәк бер енесле), йышыраҡ 4 өлөшлө, яңғыҙар йәки башаҡ, тәлгәш, һепертке һымаҡ япраҡлы сәскәлектәрҙә урынлашҡан. Бөжәктәр тарафынан, ҡайһы берҙә үҙенән‑үҙе һеркәләнә. Емеше — күп орлоҡло ҡумта, һирәгерәк еләк йәки сәтләүек рәүешендә. Орлоғо тура бәбәкле, эндоспермһыҙ, ел, һыу һәм хайуандар тарафынан таратыла. Һыу ятҡылыҡтары ярҙарында, һаҙлыҡлы болондарҙа, урман аҡландарында, ҡырҡындыларҙа, үртәндәрҙә (боланут) һәм урмандарҙа (тау ҡыртаны) үҫә. Киң япраҡлы урмандарҙа реликт париж цирцеяһы, дымлы ҡара ылыҫлыларҙа — альп цирцеяһы үҫә. БР‑ҙа ишәк ҡолаҡлылар затының ситтән килтерелгән төрҙәре таратыла. Баллы үҫемлектәр (тар япраҡлы боланут, йөнтәҫ ҡыртан), аҙыҡ, мал аҙығы үҫемлектәре (тар япраҡлы боланут), декоратив үҫемлектәр (кларкия, ишәк ҡолағы, тамсы гөлө).

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 10.08.2023