Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘСКЕЛТЕМ ҮЛӘН

Просмотров: 1035

ӘСКЕЛТЕМ ҮЛӘН (Oxalis), әскелтем үлән һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Яҡынса 30 төрө билдәле, башлыса Көньяҡ Африкала, Көньяҡ Америкала һәм Мексикала, бер нисә төрө Евразияла таралған. Башҡортостанда ябай Ә.ү. үҫә. Оҙон үрмә тамырһабаҡлы күп йыллыҡ һабаҡһыҙ үлән, бейеклеге 5—25 см. Япрағы тамыр яны розеткаларында оҙон һаплы йәки сиратлы, кире йөрәк рәүешендәге 3 япраҡсаһы бар. Сәскәһе аҡ йәки алһыу төҫтә, эре, яңғыҙ, оҙон сәскә һаптарында йыйылған. Май—июндә сәскә ата. Емеше — йомортҡа йәки оҙонса йомортҡа һымаҡ йыйырсыҡлы ҡумта, июль—авг. өлгөрә. Күләгәле, күбеһенсә аҡ шыршы, шыршы йәки ҡатнаш урмандарҙа һәм уларҙың ситтәрендә үҫә; Башҡортостандың Урал алдында һәм Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында таралған. Витаминлы үҫемлек, составына С, К1 витаминдары, флавоноидтар, органик к‑талар һ.б. инә, халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Ашарға яраҡлы, мал аҙығы, декоратив үҫемлек.

Ә.Х.Ғәлиева

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019