Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САҒАН

Просмотров: 1084

САҒАН (Acer), саған һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса__150 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда ҡара С. һәм интродуценттары: татар С. һәм Америка С. (ҡырағайлашҡан хәлдә осрай) үҫә. Бер һәм ике өйлө, яҡтылыҡ яратыусан, япраҡ ҡойоусы ағас (һирәгерәк ҡыуаҡ), 150—200 йылға тиклем үҫә. Сатыры йомро‑цилиндр формаһында, олон бейеклеге 2—40 м, диам. тиҫтәләгән см 1,5 м тиклем. Ҡара С. һәм татар С. ҡабығы көрән‑һоро, һуңыраҡ ҡара тиерлек төҫтә; Америка С. — нескә, һоро төҫтә, буй ярыҡтар м‑н; йәш үҫентеләре нескә, шыма, зәйтүн-йәшел, һуңыраҡ көрән төҫтә. Япрағы 5 айырсалы йәки ҡауырһын һымаҡ ҡатмарлы (татар С. — шыма), япраҡ ҡолаҡсындары юҡ, ҡапма‑ҡаршы урынлашҡан. Сәскәһе ваҡ, һарғылт‑йәшкелт, һирәгерәк аҡ төҫтә, ҡалҡан һымаҡ сәскәлектәргә йыйылған, ике енесле (Америка С. — айырым енесле). Майҙа япраҡ ярыуҙан алда йәки япраҡ ярған ваҡытта сәскә ата. Емеше — ҡушҡанат, ғәҙәттә 2 емешкә бүленә, уларҙың һәр береһенең ҙур ярылы ҡанаты бар; авг.— сент. өлгөрә. Ҡара С. киң япраҡлы, һирәгерәк шыршы йәки шыршы‑аҡ шыршы урмандарында үҫә, Башҡортостандың Урал алдында таралған; Татар С. һәм Америка С. парктар һәм баҡсаларҙа, баҫыу һаҡлау һыҙаттарында үҫтерелә. Декоратив, баллы үҫемлектәр. Составында витаминдар, органик к‑талар, флавоноидтар булған ҡара С. һәм татар С. халыҡ медицинаһында ҡулланыла. С. үҙағасын мебель, музыка ҡоралдары һ.б. эшләгәндә ҡулланалар.

Р.Х.Ғиниәтуллин

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019