Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КӨНБАҒЫР

Просмотров: 556

КӨНБАҒЫР (Tragopogon), астра һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 100 төрө билдәле, Евразияның уртаса, субтропик бүлкәттәрендә ( К ө н с ы ғ ы ш Азиянан башҡа) һәм Төньяҡ Африкала таралған. Башҡортостанда 3 төрө үҫә: көнсығыш К., шикле К., дала К. Бейеклеге 30—120 см булған бер һәм ике йыллыҡ үлән. Һабаҡтары төҙ, ябай йәки аҙ тармаҡлы, нескә ҡырлы йәки бураҙналы. Япраҡтары сиратлы, һабаҡты уратып алған, тар оҙонса, ланцет һәм оҙон‑осло форманан алып киң ланцетҡа тиклем, шыма ситле. Кәрзиндәре ике енесле эре, асыҡ һары һәм ҡыҙыл‑һары төҫтәге телле сәскәләре бар. Ураманың япраҡсалары ланцет йәки ланцет‑ҡыяҡ формаһында. Май—авг. сәскә ата. Емеше — орсоҡ‑цилиндр рәүешле, өлпөлө һәм нескә моронло орлоҡса, июнь—сент. өлгөрә. Республиканың бөтә терр‑яһында дала битләүҙәрендә, болондарҙа, урман ситтәрендә, ҡылғанлы һәм тоҙға бай далаларҙа үҫә. Баллы үҫемлек. Мал аҙығы үҫемлеге. Составында дуплаусы матдәләр, ҡуйы майҙар (орлоҡтар), флавоноидтар бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Тамырҙары һәм ер өҫтөндәге яңы өлгөргән өлөштәре ашарға яраҡлы.

Ә.Х.Ғәлиева

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019