Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КӘКҮК ӘШӘЛСӘҺЕ

Просмотров: 814

КӘКҮК ӘШӘЛСӘҺЕ (Gymnadenia), әшәлсә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 10 төрө билдәле, Евразияның, Төньяҡ Американың уртаса бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда 2 төрө үҫә. Бер аҙ тығыҙланған бармаҡса‑айырсалы бүлбеләре булған күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, нескә, 15—65 см бейеклектә. Япрағы тар, буй бөкләнгән, ҡыяҡ, таҫмалы‑ланцет формаһында (оҙонмөгөҙ К.ә. киңерәк). Сәскәһе ваҡ, хуш еҫле, асыҡ алһыу зәңгәр, алһыу зәңгәр, ҡуйы ҡыҙыл төҫтә. Оҙонмөгөҙ К.ә. сәскә эргәлегенең тышҡы әйләнәһенең өҫкө япраҡтары һәм эскеһенең 2 япрағы торҡа барлыҡҡа килтерә, ирене тупаҡ, тигеҙ тиерлек 3 айырсалы, типкесе еп һымаҡ, мөгөҙ формаһында. Еҫле К.ә. ирененең урта ҡалаҡсаһы оҙонораҡ, типкесе ҡыҫҡа, цилиндр формаһында. Сәскәлеге — цилиндр формаһындағы башаҡ. Июнь—июлдә сәскә ата. Емеше — ҡумта, авг.—сент. өлгөрә. Таулы болондарҙа, урман аҡландарында, ҡыуаҡлыҡтар араһында, һирәкләнгән урмандарҙа, уйһыу һаҙлыҡтарҙың ситтәрендә һәм тау тундраларында үҫәләр. Оҙонмөгөҙ К.ә. — БР‑ҙың бөтә терр‑яһында, еҫле К.ә. Салауат р‑нының Арҡауыл һәм Лағыр һаҙлыҡтарында осрай. Декоратив үҫемлек, халыҡ медицинаһында ҡулланыла. К.ә. ике төрө лә БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019