Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АЙРЫҠ

Просмотров: 699

АЙРЫҠ, тауҡыяҡ (Leymus), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 50 төрө билдәле, Евразияла, Төньяҡ һәм Көньяҡ Америкала таралған. Башҡортостанда 5 төрө үҫә. Оҙон йәйелеүсән тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, яланғас, бейеклеге 45—100 см. Япрағы яҫы йәки буй бөкләнгән, күгелйем, ҡаты. Башаҡтары төркөмләп (2—4, һирәгерәк 6) урынлашҡан, ҡайһы ваҡыт яңғыҙ, ултырма тиерлек, ғәҙәттә 3—5 ике енесле сәскәле, ҡыяҡ башаҡтарға йыйылған. Июнь—июлдә сәскә ата. Емеше — бөртөксә, авг.—сент. өлгөрә. Татырлыҡта, тоҙло тупраҡта, Башҡортостандың Урал аръяғындағы ҡомло далала, Башҡортостандың Урал алдындағы дала йылғалары үҙәнендә һәмкүл буйы уйпатлыҡтарында үҫә. Мал аҙығы үҫемлектәре, ҡый үләндәре. Карелин А. һәм Клоков А. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные статьи: