Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БҮЛМӘ ҮҪЕМЛЕКТӘРЕ

Просмотров: 923

БҮЛМӘ ҮҪЕМЛЕКТӘРЕ, үҙенең тәбиғи йәшәү ерҙәренең климат шарттарынан айырмалы бүлмә шарттарында бер нисә йыл буйы үҫә алған декоратив үҫемлек. Күп Б.ү. тыуған иле — уртаса йылы ҡышлы таулы тропик һәм субтропик илдәр. Бындай шарттар йыл буйы бер үк тиерлек т‑ра торған торлаҡ бүлмәлә булдырыла. Б.ү. ассортименты күберәк талымһыҙ төрҙәрҙе һайлап алыу нигеҙендә барлыҡҡа килә. Һалҡынса бүлмәлә (т‑ра яҡынса 12°С) сырмалыусандар: антарктик циссус, пассифлора һ.б.; декоратив япраҡлылар: аспидистра, хлорофитум һ.б.; матур сәскә атыусылар: камелия, олеандр, пеларгония, розалар һ.б.; аҫылмалы үҫемлектәр: шырт спаржа, аҡ сәскәле традесканция һ.б.; пальмалар: сабаль, хамеропс һ.б.; йылыла (т‑ра 16°С‑тан юғары) сырмалыусандар: йәмле һырлауыҡ, Вуанье тетрастигмаһы һ.б.; декоратив япраҡлылар: мимоза, фикус, һ.б.; матур сәскә атыусылар: эвхаристар, ҡытай розаны һ.б.; аҫылмалыларҙан: ҡайһы бер бегониялар, колумнеялар һ.б. үҫә ала. БР‑ҙа бүлмә сәскәселеге өсөн бегония, колеустар, пеларгониялар, розалар, фикустар һ.б. айырыуса әһәмиәтле. Ботаника баҡса‑институты оранжереяһында Б.ү. 900‑ҙән ашыу төрө һәм сорты, ш. иҫ. емеш (әфлисүн, инжир, ҡәһүә һ.б.), шифалы (камелия, папайя, һ.б.) һәм эфир майлы (күркәм һаҙ мунсағы, шифалы розмарин һ.б) үҫемлектәр үҫтерелә. Б.ү. үҫтереүҙең биоморфол., экологияһын һәм технологияһын өйрәнеү 1987 й. алып — Ботаника баҡса‑ин‑тында (З.Н. Сөләймәнова), 1991 й. — Өфө урман хужалығы техникумының уҡытыу-тәж. хужалығында (Ф.В.Садиҡова) алып барыла.

З.Н.Сөләймәнова

Тәрж. М.Н.Моратшина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019