Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТЫҒЫҘ КОНАРДИЯ

Просмотров: 599

ТЫҒЫҘ КОНАРДИЯ (Conardia compacta), мүк һымаҡтар төрө. Ике өйлө күп йыллыҡ япраҡ һабаҡлы мүк. Йәшел йәки һарғылт йәшел төҫтәге, йыш эзбиз һеңдерелгән ваҡ кәүшәк кәҫлектәр барлыҡҡа килтерә. Һабағы йәйелеүсән, үрмәле йәки төҙ, оҙонлоғо 0,3—1 см. Япрағы ҡайтарылма, йомортҡа-ланцет формала, ситтәре яҫы, киртләсле. Тамырсығы киң, япраҡ осо аҫтында тамамлана. Башлыса вегетатив юл м‑н, япраҡ осонда һәм тамырсыҡтың кире яғында үҫешкән үрсем еп рәүешле есемдәр ярҙамында үрсей. Һаҙлы болондарҙың карбонатлы тупрағында, шишмәләр сыҡҡан урындарҙа үҫә. БР‑ҙа Баймаҡ, Шишмә, Әбйәлил р‑ндарында һәм Өфөлә табылған. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Э.З.Байышева

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные статьи: