Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КАМБАРКА ЗАВОДЫ

Просмотров: 956

КАМБАРКА ЗАВОДЫ, 1760 й. Уҫы даруғаһы Ғәйнә улусы башҡорттарынан һатып алынған ерҙәрҙә Камбарка й. (Кама й. ҡушылдығы) буйында Г.А.Демидов (ҡара: Демидовтар) тарафынан тимер етештереү заводы булараҡ асыла. Хужалары: 1760 й. һәм 1886—91 йй. Демидовтар, 1848 й. алып Соҡсон тау заводтары акционерҙар ширҡәте, 1863 й. — ҡаҙна, 1891 й. — сауҙагәр Г.С.Кондюрин, 1916 й. — “Кама заводтары” АЙ, 1918 й. һуң национализациялана. Соҡсон тау округына ингән. 1767 й. эшләй башлай. Суйын Үткен һәм Рәүҙе заводтарынан ташылған. 6 крица горны, 6 йәйеү сүкеше, 1859 й. 2 иретеп йәбештереү мейесе, 12 крица горны, 1882 й. прокат станы, ҡыҙҙырыу мейесе, 9 крица горны, 1900 й. 2 прокат станы, 3 пудлинг һәм 2 иретеп йәбештереү мейесе, 3 вагранкаһы, 2 крица горны, 5 сүкеше була. 18 б. аҙ. заводҡа 37 мең дисәтинә ер ҡарай. 1773 й. К.з. 333 крепостной крәҫ‑ тиән (ҡара: Тау сәнәғәте крәҫтиәндәре) иҫәпләнгән, 1797 й. 584 мастеровой һәм эшсе кеше, 1859 й. — 894, 1882 й. — 376 (төп эштәрҙә 126 кеше, ярҙамсы эштәрҙә — 250); 1900 й. 117 эшсе (55‑е — төп, 62‑һе — ярҙамсы эштәрҙә) һаналған. 19 б. тимер иретеү б‑са макс. етештереүсәнлек — 128,3 мең бот (1859), 20 б. башында — 92,9 мең бот (1900). 1897—1900 йй. пудлинг алымы индерелә (3 пудлинг мейесе ҡуйыла). Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) барышында завод халҡының бер өлөшө баш күтәреүселәргә ҡушыла, К.з. баш күтәреүселәр ҡулына күсә. 1774— 75 йй. һәм 1905—06 йй. завод эшләмәй. Хәҙ. “Камбарка машиналар эшләү заводы” сауҙа йорто ЯСЙ тип атала. Завод ҡасабаһы урынында Камбарка ҡ. урынлашҡан. 

Әҙәб.: Павленко Н.И. История металлургии в России XVIII века. Заводы и заводовладельцы. М., 1962.


Н.М.Ҡолбахтин
Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 14.08.2023