Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КУЛЬСКИЙ Леонид Адольфович

Просмотров: 840

КУЛЬСКИЙ Леонид Адольфович (10.4.1903, Петроков губ. Новорадомск ҡ. — 25.11.1993, Киев), химик. Украина ССР‑ы ФА академигы (1969), техник ф. д‑ры (1947), проф. (1948). Украина ССР‑ының атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1968). РСФСР‑ҙың коммуналь хужалыҡ отличнигы (1943), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1972). Фәнни хеҙмәттәре ер өҫтө һыуҙарын зарарһыҙландырыу, хлораторҙар, ионаторҙар, автономиялы объекттарҙың (ш. иҫ. авиакосмик) бәләкәй габаритлы эффектив һыу таҙартыу системаларын эшләүгә бәйле. Тикшеренеүҙәре Украина ССР‑ының һәм РСФСР‑ҙың һыу үткәргестәрен һәм эре пр‑тиеларын проектлау, төҙөү, реконструкциялау ваҡытында файҙаланылған. Украина ССР‑ы Фәндәр академияһы Өфөгә эвакуацияланған осорҙа К. Украина ССР‑ы ФА‑ның берләштерелгән Химия ин‑тында эшләй. К. тарафынан аш тоҙо эретмәһен электролизлау юлы м‑н гипохлорит һәм хлор айырып алыуға нигеҙләнгән электролитик ҡоролмаларҙы файҙаланып, һыуҙы зарарһыҙландырыуҙың технологик схемаһы уйлап табыла (1942 й. тәүге тапҡыр Өфөлә ҡулланылған). Ул эшләгән баҫымлы ялан хлораторы Б.В. һуғышы йылдарында Ҡыҙыл Армияның санитар частарында файҙаланыла. Һыу таҙартыу химияһы һәм технологияһы б‑са фәнни йүнәлешкә нигеҙ һалыусыларҙың береһе.

Хеҙм.: Руководство к установкам для электролитического хлорирования воды. Уфа, 1943; Основы физико‑химических методов обработки воды. М., 1962; Теоретическое обоснование технологии очистки воды. Киев,1968.

 М.А.Сәйетова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019