Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КУРЧАТОВ Борис Васильевич

Просмотров: 839

КУРЧАТОВ Борис Васильевич (3.8.1905, Өфө губернаһының шул уҡ исемле өйәҙе Эҫем а., хәҙер Эҫем ҡ., — 13.4.1972, Мәскәү ҡ.), радиохимик. Химия фәндәре докторы (1962), профессор (1970). И.В.Курчатовтың ҡустыһы. Ҡазан университетын тамамлаған (1927). 1928 й. алып Ленинград физик‑техник институтында эшләй (1936 й. башлап лаборатория мөдире), 1943 й. — СССР ФА‑ның И.В.Курчатов исемендәге Атом энергияһы институтында, бер үк ваҡытта 1946—51 йй. МДУ эргәһендәге 2‑се Физика ҒТИ‑нда лаборатория мөдире. Фәнни хеҙмәттәре радиохимия, ядро физикаһы, трансуран элементтарҙың һәм уларҙың бүленеү продукттары химияһы өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә арналған. К. тарафынан сульфидлы турайтҡыстар, төнгө оптик приборҙар төҙөлгән, бромдың ядро изомерияһы, ядро шартлауҙары продукттарын анализлауҙың радиохимик һәм радиометрик ысулдары асылған. Уйлап табылған технологиялар атом сәнәғәте предприятиеларында индерелгән. Ленин премияһы (1959), Дәүләт премияһы (1949, 1953) лауреаты. Ленин (1954), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары (1945, 1949, 1953, 1954, 1956) менән бүләкләнгән.

Әҙәб.: Неповторимые черты таланта. Борис Васильевич Курчатов: документы, воспоминания, избранные научные труды. М., 2005.

Р.Х.Ҡудашев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

 

Р.Х.Ҡудашев
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 15.09.2022
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: