Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КУЧИН Александр Васильевич

Просмотров: 1015

КУЧИН Александр Васильевич (31.5.1949, Баҡы), химик. РФА‑ның мөхбир ағзаһы (2000), химия ф. д‑ры (1989), проф. (1997). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1971) Химия ин‑тында эшләй. 1990 й. алып химия бүлеге мөдире, 1995 й. — РФА Урал бүлексәһе фәнни үҙәгенең Коми химия ин‑ты (Сыктывкар) дир., бер үк ваҡытта 2002—11 йй. Сыктывкар ун‑тының органик химия каф. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре органик һәм металлоорганик синтез, алюминорганик берләшмәләр химияһы һәм технологияһы, урман химияһы өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә, композицион материалдарҙы алыу технологияларын эшләүгә арналған. К. тарафынан алюминорганик берләшмәләрҙе техник маҡсатта файҙаланыуҙың яңы алымдары тәҡдим ителә: микроэлектроника сәнәғәте өсөн ток үткәреүсән, резистив һәм диэлектрик пасталарҙың реологик үҙсәнлектәрен көйләгестәр, нефть сығарғанда һыуҙан изоляциялау реагенттары эшләнә. К. тарафынан кетондарҙы, аллендарҙы, аминдарҙы, к‑таларҙы, аллил спирттарын һ.б. берләшмәләрҙе синтезлауҙың яңы ысулдары табыла. Улар биологик актив матдәләр рәтен (феромондар, простагландиндар, лейкотриендар һ.б. түбән молекуляр биокөйләгестәр) тулы синтезлауҙа, бутадиен, изопрен, оксетан һәм оксирандар полимерлашыуы өсөн юғары нәтижәле катализаторҙарҙың нигеҙе, ш. уҡ фенолдарҙы алкиллаштырыу катализаторҙары сифатында, файҙаланылған алюминорганик берләшмәләрҙе туранан‑тура синтезлау ваҡытында ҡулланыла. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 75 уйлап табыу авторы. А.Н.Несмеянов ис. (1999), Коми Респ. Хөкүмәтенең П.А.Сорокин ис. (2006) пр. лауреаты. 2‑се дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” (1999), Дуҫлыҡ (2010) орд. м‑н бүләкләнгән.

Хеҙм.: Препаративный алюминийорганический синтез. Сыктывкар, 1997 (авторҙ.).

Ф.А.Вәлиев
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Илл.: А.В.Кучин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019