Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЛАВРОВСКИЙ Константин Петрович

Просмотров: 1417

ЛАВРОВСКИЙ Константин Петрович [19.11.1898, Һамар губернаһы Боғорослан өйәҙе Мартыновка а. (Ырымбур өлкәһе Әсекә районы) — 7.3.1972, Мәскәү ҡ.], химик‑органик. СССР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1953), химия фәндәре докторы (1937). Фәнни эшмәкәрлеге детонацияға ҡаршы өҫтәмәләрҙе, ш. иҫ. тетраэтилҡурғашты, синтезлауға, нефть химияһы, көкөртлө һәм юғары көкөртлө нефттәрҙе эшкәртеү технологияһын, органик катализды һәм углеводородтарҙың радиацион‑химик әүерелештәрен өйрәнеүгә арналған. 1934 й. алып “Икенсе Баҡы” нефть эшкәртеү заводтарын ойоштороуҙа ҡатнаша. 1935 й. башлап “Уфакрекингстрой” предприятиеһында лаборатория мөдире һәм баш химик, 1938—39 йй. Өфө крекинг заводында баш инженер. 1942—43 йй. Өфөлә СССР ФА‑ның Урал алды һәм Волга буйы ресурстарын мобилизациялау буйынса комиссия составында эшләй. Л. етәкселегендә Өфө НЭЗ‑ында Ишембай нефть ятҡылығы нефтен эшкәртеү мәсьәләләрен хәл итеү буйынса ғилми‑техник үҙәк ойошторола. Н.Д.Зелинский исемендәге премия (1950), М.В.Фрунзе исемендәге премия лауреаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1953, 1959), Ҡыҙыл Йондоҙ (1967) ордендары менән бүләкләнгән.

  Хеҙм: Исследование Ишимбаевской нефти и схемы промышленной переработки. М., 1936.

Д.Л.Рахманҡолов

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Д.Л.Рахманҡолов
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 14.09.2022