Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЛАТЕКСТАР

Просмотров: 1146

ЛАТЕКСТАР, макромолекулаларының глобуляр агрегаттары өҫкө йөҙҙә актив матдәләр м‑н стабилләштерелгән полимерҙарҙың йәки сополимерҙарҙың һыуҙағы йәки коллоидтағы дисперсияһы. Сығышы б‑са тәбиғи, синтетик һәм яһалма Л. айырыла. Синтетик Л. полимер төҙөүсеһенең тәбиғәте б‑са эластомер һәм термопластиктарға, полимерҙарҙың химик составы б‑са — бутадиен‑стирол, бутадиен‑нитрил, хлоропрен, карбоксилат, поливинилхлорид, поливинилацетат һ.б., ҡулланыу ысулы б‑са тауар һәм ярымпродуктҡа (полимерҙы башта дисперсиянан айырып алыу) бүленәләр. Л. — полимер өлөшсәләренең үлсәмдәре 10—102 нм һәм уларҙың концентрацияһы 18—75% (дөйөм алғанда 40%‑тан күберәк) булған тупаҫ дисперслы системалар. Л. агрегатлыҡ тотороҡлолоғо анионлы йәки ионлы булмаған өҫкө йөҙҙә актив матдәләр файҙаланып, нигеҙҙә метакрил к‑таһы м‑н модификациялап (карбоксилатлы Л.) өлгәшелә. Л. төп эксплуатацион күрһәткесе — ҡуйылыҡ (30%‑тан юғарыраҡ концентрацияла Ньютондыҡынса булмаған шыйыҡлыҡтар һымаҡтар), һыуыҡҡа тотороҡлолоҡ (юғары түгел, 0°С юғарыраҡ т‑рала һаҡларға кәрәк). Физик‑механик үҙсәнлектәр (ныҡлыҡ, адгезия һ.б.) плёнка рәүешендәге Л. өсөн билдәләнә. Л. эшкәртеү Л. коллоид системаһын киптереү йәки электролиттар тәьҫире м‑н тотороҡһоҙландырыу һөҙөмтәһендә полимер айырып алыуға нигеҙләнгән. Ғәҙәттә мансыу ысулын (эсенә төрлө функциональ өҫтәмәләре булған Л. төшөрөлгән форма өҫтөндә гель формалашыу) ҡулланып, һуңынан форманы сығарып киптерәләр, 120—130°С термоэшкәртеү үткәреп изделиены форманан алалар. Эшкәртеүҙең төп продукты — плёнка материалдары, уларҙың үҙенсәлектәре (термо‑ һәм химик тотороҡлолоғо, адгезия һ.б.) Л. полимер төҙөүсеһенең төрөнә бәйләнгән.

Башҡортостанда 20 б. 60‑сы йй. алып “Каучук” ААЙ‑нда СКМС маркалы бутадиен‑метилстирол Л. төрлө типтарын — АРКМ‑15 (май м‑н тултырылған), АРК (майһыҙ), АРКПН (үтә күренмәле) сығарыу үҙләштерелгән, уларҙан шиндар яһау сәнәғәтендә файҙаланыу өсөн каучук алалар. Шунда уҡ бутадиен‑стирол Л. түбәндәге маркаларын сығаралар: СКС‑65ГП (һыу‑эмульсиялы буяуҙар өсөн), СКС‑65ГП(Б) (латекс‑цементлы композициялар өсөн), карбоксилирланған СКЛ‑1 (лак‑буяуҙар һәм ҡағыҙ сәнәғәтендәге бәйләүестәр өсөн) һәм СКС‑С (күбекләндерелгән резинанан әйберҙәр яһау өсөн). Һыуҙа (эмульгатор м‑н стабилләштереп) диспергирланған мономер тамсыларын ирекле радикал‑эмульсиялы полимерлаштырыу юлы м‑н алалар. Л. күп өлөшө йөйһөҙ резина әйберҙәр сығарыуҙа (мед. материалдары, радиозондтарҙың көплөктәре һ.б.), туҡылмаған материалдар етештереүҙә бәйләүестәр сифатында, тире һәм яһалма күнде эшкәртеү, полимербетондар әҙерләү өсөн һ.б. файҙаланыла. 70— 80‑се йй. “Авангард” пр‑тиеһы ситтән килтерелгән латекслы (паста барлыҡҡа килтереүсе) поливинилхлоридтан һылау ысулы м‑н линолеум сығара. 1993—95 йй. БР ФА‑ның Тәжрибә заводы респираторҙар өсөн тәғәйенләнгән ПВА‑дисперсияһын сығара (йылына 20 т) һәм Кимры (РФ), Табошар (Тажикстан) ҡҡ. оҙата.

Әҙәб.: Еркова Л.Н., Чечик О.С. Латексы. Л., 1983; Латексы: свойства, модификация, ассортимент: темат. обзор. М., 1984.

Ю.А.Сангалов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: