Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЛЕВИН Арон Иосифович

Просмотров: 770

ЛЕВИН Арон Иосифович (7.4.1908, Бәләбәй ҡ. — 1999, Мәскәү), инженер‑электрохимик. Техник ф. д‑ры (1942), проф. (1943). Урал политехник ин‑тын тамамлаған (Свердловск ҡ., 1932). Бәләбәй йәш пионерҙарҙың кантон бюроһын ойоштороусы (1924). 1926—28 йй. Дәүләкән, Бәләбәй кантон комсомол ком‑ттары секретары. 1936 й. алып Урал политехник ин‑тында: 1942—47 йй. химия‑технология ф‑ты деканы, бер үк ваҡытта 1944—77 йй. электрохимик производстволар технологияһы каф. мөдире. 1981 й. — Дәүләт төҫлө металдар ҒТИ‑нда (Мәскәү). Фәнни хеҙмәттәре ауыр һәм төҫлө металдарҙың гидрометаллургияһы, гальванотехника өлк. тикшеренеүҙәргә, ток сығанаҡтарын камиллаштырыуға, металдарҙы коррозиянан һаҡлау проблемаларына арналған. Б.В. һуғышы йылдарында Л. тарафынан биметалл алыу технологияһы уйлап табыла, ул пуля һәм снарядтар етештереү өсөн Пышма баҡыр‑электролит з‑дында (Свердловск өлк. Үрге Пышма ҡсб) индерелә. Л. етәкс. Силәбе электролит‑цинк з‑дында цинк етештереү үҙләштерелә, гальваник ысул м‑н ҡапламалар эшләү өсөн комплекслы электролиттар уйлап табыла, улар Уралдағы машиналар әшләү з‑дтарында индерелә. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, 26 уйлап табыу авторы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән.

И.Н.Сираева

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019